Баҡтиһәң, "уҡыусы" көндөҙөн белем эстәгән, ә уҡыуҙан тыш ваҡытында Өфө урамдары буйлап бәләкәс кенә төйөндәр төйнәп, йорттарҙың эргә-тирәһендәге ҡыуаҡтар төбөнә "закладка"лар һалып йөрөгән. Тентеү эше барышында уның ҡуртымға алып йәшәгән фатирында 1 килограмдан артыҡ тыйылған матдә табыла, етмәһә, "ҡәҙерле" тауарын сервантта һаҡлаған бит әле.
Наркотиктарҙы студент йәшерен системалар аша ҡулға төшөргән, ә заказ биреүселәрҙе интернет аша табып, бәйләнеш ойошторған. Ә полицейскийҙар ҡулына ошо ҡыуаҡ төбөндә йөрөгәнендә тотола ла инде. Хәҙер уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды, ентекле тикшереү эштәре үткәрелә.
Теләһә ҡайҙа, теләһә ниндәй ваҡиғаларға юлыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Һәр ваҡыт башығыҙ менән уйлап эш итегеҙ,ошондай әҙәмдәрҙән һаҡ булығыҙ, дуҫтарым!