-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
3 Август 2021, 11:10

12 йәшлек ҡыҙҙы баҙында тотҡан

Алтай крайында булған хәл тураһында уҡығас, ҡурҡыныс булып китә. 

12 йәшлек ҡыҙҙы баҙында тотҡан
12 йәшлек ҡыҙҙы баҙында тотҡан

Бийск ҡалаһында йәшәгән ғаилә йәйгелеккә баҡсаға күсеп бара. Ул көндө, 31 июлдә, 12 йәшлек ҡыҙҙары велосипедта йөрөргә сыҡҡандан кире ҡайтмай. Ата-әсәһе хәүефләнеп, баланың юғалыуы тураһында хоҡуҡ органдарына хәбәр итә. Енәйәт эше асылып, тиҙ арала тәфтишсе-криминалистар, полицияның оператив хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр тарафынан эҙләү буйынса саралар ойошторола.

Йылға ярында ҡыҙҙың шәхси әйберҙәре һәм кеҫә телефоны табыла. Ә 2 августа төндә ҡыҙ үҙе өйөнә ҡайта. Асыҡланыуынса, уны 40 йәшлек ир урлап, өйөнөң баҙында тотҡан һәм тәфтишселәр әйтеүенсә, үҙе ебәргән. Әле балаға психологик ярҙам күрһәтелә. 

Хәҙер инде енәйәтсене эҙләйҙәр, ул тәфтишселәр килгәнсе өйөнән сығып ҡасҡан. Ирҙең быға тиклем дә хөкөм ителгән булыуы билдәле.

Фото: ТАСС.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: