-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
24 Ноябрь 2021, 15:25

Мәктәпкә енәйәтсе һөжүм итә ҡалһа...

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса хөкүмәт комиссияһы тейешле министрлыҡтарға уҡыусылар һәм педагогтар өсөн практик күнекмәләр ойошторорға тәҡдим иткән.

Мәктәпкә енәйәтсе һөжүм итә ҡалһа...
Мәктәпкә енәйәтсе һөжүм итә ҡалһа...

Мәғариф учреждениеһына енәйәтсе һөжүм иткәндә ни эшләргә белмәй юғалып ҡалмаһындар өсөн инде. Эксперттар белдереүенсә, берҙәм концепция, мәғариф министрлығы уҡытыусылар менән берлектә тикшереп ҡабул иткән аңлайышлы документ буйынса эш итергә кәрәк.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала шул. Рәсәйҙә  2021 йылда ғына ике шундай фажиғәле осраҡ булды. Ҡазан ҡалаһындағы 175-се гимназияла енәйәтсе ике педагог һәм ете уҡыусының  ғүмерен ҡыйҙы. Пермдәге университетта иһә 6 кеше һәләк булды. Әле һөжүм итеүселәрҙең икеһе лә һаҡ аҫтында, енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Фото: regnum.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: