Ярай әле күбеһе икенсе көнөнә һау-сәләмәт кенә көйө табыла. Ә уларҙы юғалтҡан өлкәндәр күпме борсола, ҡайғыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ ваҡыт эҙләп тә тере килеш табылмағандары ла бар бит. Шуға, һаҡ булығыҙ, балалар, тип әйтке килә.
Рәсәйҙә йыл һайын 45 мең тирәһе бала юғала. Әммә, бәхеткә күрә, уларҙың күбеһе хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ирекмәндәр ярҙамы менән табыла. Бәхетһеҙ осраҡҡа тарып йә енәйәтсе ҡулына эләгеп, ғүмерҙәре өҙөлгән балалар ҙа бар шул. Ә ҡайҙы берҙәре бөтөнләй табылмай...
Ят кеше. Балалар өсөн хәүефле улар. Артынан берәй таныш түгел кеше эйәреп килә икән, йортҡа, лифтҡа уның менән бергә инмәҫкә, танышыраҡ кешене көтөргә кәрәк. Баланың ҡулында телефон булырға тейеш. Кәрәк саҡта шылтырата алһын өсөн.
Атай-әсәйҙәр балалары менән даими бәйләнештә булһын ине. Дөрөҫ, һәр кем балаһын мәктәпкә, түңәрәккә етәкләп йөрөтә алмай, эштәләр. Шулай ҙа һөйләшеп торорға телефон бар.
Ә бит кемдер өйҙән үҙе ҡаса. Сөнки яҡын кешеләре уны аңламай, мәҫәлән, насар билдә алған өсөн дә әрләйҙәр. "Икеле"не төҙәтер ул, ә өйҙән сығып китеп, бәләгә юлыҡһа?
Кеше юғалһа, ҡайтмаһа, полицияға өс көндән һуң ғына хәбәр итергә кәрәк, тигән дөрөҫ булмаған ҡараш бар. Улай түгел. Был турала бер ниндәй ҙә ҡанун юҡ. Киреһенсә, ваҡыт - хәл иткес фактор. Бала ваҡытында өйгә ҡайтмаған икән, бөтә дуҫтарына, туғандарығыҙға, синыф етәксеһенә шылтыратырға кәрәк. Бер ни ҙә билдәле булмаһа, полицияға хәбәр итергә ҡала.
Юғалмаһын ине балалар. Бала юғалған, тигән белдереүҙе күргән һайын, иҫән-һау ғына булһын инде, тип борсолаһың. Шул уҡ ваҡытта уның, бүтәндәр мине эҙләй, тип уйламай ҙа дуҫында йә берәй туғанында булыуы бар.
Балалар үҙҙәре лә яуаплыраҡ булһын ине.
Фото: ya.ru.