-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
21 Апрель 2020, 12:43

Ике хеҙмәткәр

Бер ваҡыт хеҙмәткәр хужаһына килгән дә:– Бай ағай, ниңә һеҙ Иванға – биш һум, ә миңә биш тин генә түләйһегеҙ? – тип һораған.

Бай тәҙрәнән ҡараған да:

– Кемдеңдер был яҡҡа табан килгәнен күрәм. Бесән алып китеп баралар түгелме, бар әле ҡара, – тигән.

Хеҙмәткәр сыҡҡан да кире ингән:

– Эйе, бай ағай, бесән алып китеп барғанға оҡшағандар, – тигән.

– Ҡайҙан икәнен белмәйһеңме? Cемён туғайынан микән әллә?

– Белмәйем.

– Белеш һуң.

Хеҙмәткәр сыҡҡан да тағы кергән.

– Дөрөҫ әйткәнһегеҙ, бай ағай, Семён туғайынан.

– Тәүгә сапҡан бесән микән әллә икенсегәме?

– Белмәйем.

– Белеш һуң.

Хеҙмәткәр сыҡҡан да бер аҙҙан әйләнеп ингән:

– Тәүгә сапҡан бесән.

– Хаҡы күпме икән?

– Белмәйем.

– Белеш һуң.

Хеҙмәткәр сыҡҡан да бер аҙҙан боролоп кергән.

– Биш һумдан һаталар, бай ағай.

– Арзаныраҡҡа бирмәйҙәр микән?

– Белмәйем.

Шул ваҡыт Иван килеп ингән дә:

– Бай ағай, беҙҙең яндан бесән һатыусылар үтеп бара. Семён туғайынан тәүге үләнде сапҡандар. Биш һум һорағайнылар, һатыулашып, йөгөн өс һумға төшөрттөм. Аттарын ихатаға үткәрҙем, әле бушатып яталар, – тигән.

Бай тәүге хеҙмәткәргә ҡараған да:

– Хәҙер аңланыңмы инде, ни өсөн мин һиңә – биш тин, ә Иванға биш һум түләйем? – тигән.
Читайте нас: