– Икенсе кеше эргәңдә торғанда ниңә ҡысҡырырға һуң? – тип һораған йәнә Уҡытыусы. – Уның менән шым ғына һөйләшеп булмаймы ни? Асыуланғанда мотлаҡ ҡысҡырырғамы?
Уҡыусылар берәм-берәм үҙҙәренең яуаптарын әйткән, тик улар Уҡытыусыны ҡәнәғәтләндермәгән. Аҙаҡ үҙе аңлатып биргән:
– Кешеләр бер-береһенән риза булмай әрләшкәндә йөрәктәре алыҫлаша. Ошо араны ҡыҫҡартыр һәм бер-береһен ишетер өсөн ҡысҡырырға тура килә. Нығыраҡ асыуланышҡан һайын тауыштары ла көслөрәк сыға.
Кешеләр бер-береһен яратҡанда, киреһенсә, шым ғына һөйләшә. Сөнки йөрәктәре лә, бер-береһе менән аралары ла бик яҡын була.
Ә ғашиҡтар һөйләшмәй ҙә, бышылдашалар ғына. Ахыр сиктә, ул да кәрәкмәй, бер-береһенә ҡарап ҡына аңлашалар, сөнки бөтәһен дә һүҙһеҙ ҙә аңлап торалар. Ғашиҡ йәндәр араһында ғына шундай хәлдәр була.
Әрләшкәндә, бәхәсләшкәндә йөрәктәрегеҙгә бер-береһенән алыҫлашырға ирек бирмәгеҙ, араларығыҙҙы тағы ла йырағайта торған һүҙҙәрҙе әйтмәгеҙ. Юғиһә, килер бер көн: бер-берегеҙҙән шул тиклем ныҡ алыҫлашырһығыҙ, хатта аҙаҡ кире ҡайтыр юлды ла таба алмаҫһығыҙ.