+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
14 Май 2020, 16:01

Ни өсөн фермерҙың уңыштары мул?

Бер фермер кукуруз үҫтереү буйынса йылдан-йыл ҙур уңыштарға өлгәшеп, бәйгеләрҙә гел еңеү яулап килә икән. Хәбәрсе унан уңыш сере менән уртаҡлашыуын үтенгән.

– Сере ябай ғына: мин иң һәйбәт орлоҡтарҙы бөтә күршеләремә таратып бирәм, – тигән ул.

– Ә ниңә бирәһегеҙ, улар бит һеҙҙең көндәштәрегеҙ?

– Эш бына нимәлә, – тип йылмайған фермер. – Минең баҫыуҙа үҫкән кукуруздарҙың һеркәләрен ел күршеләрҙең баҫыуына осора һәм, киреһенсә, уларҙыҡын миңә килтерә. Әгәр ят сорт насар булһа, минекеләр ҙә тиҙҙән хөртәйәсәк. Әгәр мин сифатлы орлоҡ сәсәм икән, күршеләрем хаҡында ла хәстәрлек күрергә, минеке кеүекте үҫтерергә ярҙам итергә тейешмен. Ә инде үҫенделәрҙе кем нисек тәрбиәләй – уныһы икенсе мәсьәлә.

...Кешеләр тормошонда ла шуға оҡшаш хәлдәр була. Әгәр уңышлы булғың килһә, яҡындарың тураһында ла ҡайғыртырға, уларға ла уңыш яуларға булышырға кәрәк. Кем һәйбәт йәшәргә теләй, ул башҡаларға ла яҡшы көн итергә ярҙамлашырға тейеш. Сөнки тирә-яғындағы кешеләр ни тиклем етеш тормош көткән һайын, һинең үҙеңә лә һәйбәтерәк була бит. Беҙ был донъяла бер-беребеҙ менән тығыҙ бәйләнгәнбеҙ һәм бер-беребеҙгә буйһонабыҙ.
Читайте нас: