-11 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
12 Февраль 2021, 20:08

Берҙән-бер ысын шағир

йәки дөрөҫлөктө хатта батшалар ҙа таный Бер батша шиғриәтте бик яратҡан. Шуға күрә үҙенең һарайында күп шағирҙар тот­ҡан.

Ә улар, хакимға ярарға тырышып, маҡтау йырҙары ижад иткән, шиғырҙарында батшаның ғәҙел, йомарт, аҡыллы, киң күңелле булыуы хаҡында һөйләгән. Әммә берҙән-бер көндө батшаға ҡай­ҙалыр билдәһеҙ шағирҙың уның ҡанһыҙлығы, ҡомһоҙлоғо, ғәҙелһеҙлеге, шикселлеге тураһында яҙыуы билдәле булған. Уны табып, үҙенә килтерергә бойорған. Хеҙмәтселәр боласы шағирҙы бик оҙаҡ эҙләгән. Ахыр сиктә, шундай хурлаусы шиғырҙар ижад итеүсене табып, ҡулдарын шаҡарып бәйләп, батша һарайына һөйрәп тигәндәй килтергәндәр. Юлда туҡмап та алғандар. Килгәс, батшаның аяҡ аҫтына ергә ырғытҡандар.

– Нимә эшләйһегеҙ?! – тип ҡысҡырып ебәргән батша. – Һаҡ ҡыланығыҙ. Тор­ғоҙоғоҙ һәм ҡулдарын сисегеҙ! Мин илдәге берҙән-бер ысын шағирҙы юғалтырға теләмәйем!

...Дөрөҫлөктө хатта батшалар ҙа таныған икән дә баһа. Әлбиттә, уларҙың да төрлөһө булған. Әммә ғәҙеллекте танып, тура һүҙҙе ҡабул итеп, үҙ хатаһын аңлаусы аҡыллылары һирәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярам­һаҡланып, алдап, маҡтап, юхаланып шиғыр яҙыусылар батша һарайҙарында ғына түгел, әлеге көндә лә осрап тора. Бер ваҡытта ла намыҫыңа ҡаршы барып, ялғанды ысынбарлыҡ итеп күрһәтергә тырышып йәшәргә ярамай. Бигерәк тә ижадта. Халыҡ шағир һүҙенә ышана. Тормошта ла һәр осраҡта дөрөҫөн һөйләп, ғәҙеллек яҡлы булырға кәрәк. Ундайҙар алдында хатта боронғо хакимдар ғына түгел, бөгөнгө етәкселәр ҙә көсһөҙ. Дөрөҫлөк – иң ҙур көс! Ул бер ҡасан да юғалмай, йылдар үткәс булһа ла, хаҡлыҡ өҫкә сыға. Ялғанға хеҙмәт итеп, исемегеҙҙе бысратмағыҙ! Бер тапланһағыҙ, аҡланыуы оҙаҡ булыр.

З.МӘҺӘҘИЕВА.
Читайте нас в