Быйыл, киреһенсә, февраль мартҡа оҡшап китте. Көндәр йылынды. Түбәләрҙән тамсылар тамды. Епшек ҡар яуҙы.
Балалар ҡыуанды инде быға. Күпереп ятҡан йомшаҡ ҡарҙан рәхәтләнеп төрлө һындар яһанылар.
Беҙҙең йорттоң ихатаһында балалар майҙансығы юҡ. Киреһенсә, ике яҡтан да ер аҫты гараждары төҙөлгән. Берәүһе бер нисә йыл элек емерелеп тә төштө инде. Урынына барыбер яңынан яһап ҡуйҙылар. Әллә емерелгәнгә, әллә ҡалҡыуыраҡ ерҙә булғанға уның өҫтөндә балалар бик йөрөмәй. Ә өйҙөң артындағы гараж өҫтөндәге майҙанда малайҙар йәй буйы, хәйер, иртә яҙҙан башлап, ҡар яуғанға тиклем, рәхәтләнеп футбол уйнай. Тынысыраҡ ваҡытта йәш ата-әсәләр коляскалары менән сыға, саф һауала сабыйҙарын йоҡлата.
Ҡыш етһә, был ер сана, саңғы, тюбингтар менән шыуыу урынына әйләнә. Гараж ишектәре төҙөлгән ер бейегерәк итеп эшләнгән, шуға унан тауҙан шыуған кеүек шыуырға була. Өлкәндәр һыу һибеп, боҙлауыҡ та яһап ҡуйған.
Быларҙы ентекләп яҙыуымдың сәбәбе: һеҙ күҙ алдына килтерһен өсөн шулай һөйләйем.
Ә мин иһә көн һайын сығып һауа һуларға ғәҙәтләндем. Бөгөн дә күп итеп ябалаҡлап ҡар яуғас, гараж өҫтө ап-аҡ мамыҡ менән ҡапланған кеүек булып ҡалған. Мин көрт йырып, үҙемә һуҡмаҡ һалдым да күнегелгән ғәҙәт буйынса бер үк маршруттан атлап йөрөйөм.
Бер мәл берәм-берәм балалар йыйыла башланы. Ҡарҙың йомшаҡ, епшек булыуын күреп, ҡар бабай яһарға тотоноп киттеләр. Ҡар, әйтерһең, үҙенән-үҙе тәгәрләп, ҙур йомғаҡҡа әйләнде. Бына икенсе йомғаҡ та әҙер. Хәҙер башын эшләйһе генә ҡалды. Уныһын да йәһәт яһап ҡуйҙылар. Кемдер Яңы йылдан ҡалған шыршыһын шунда килтереп ултыртҡан икән, күҙҙәрен, ҡаштарын, ауыҙын, ҡулдарын шул ағас ботаҡтарын, энәләрен файҙаланып эшләнеләр. Аҙаҡ, ҡәнәғәт ҡалып, ситтән ҡарап үҙҙәре лә һоҡланып ҡуйҙы.
– Әйҙә, тағы ла берҙе яһайбыҙ, – тине кемеһелер. Улар йәнә ҡар тәгәрләтергә тотондо. Бер аҙҙан икенсе һын да әҙер булды. Был юлы мин дә өндәшмәй ҡала алманым.
– Атаһы, әсәһе булды, хәҙер балаларын да эшләгеҙ инде, – тинем.
– Ысынлап та! – тип ҡыҙҙар дәртләнеп өсөнсө бәләкәсерәк һынды ла яһап ҡуйҙы.
Ул арала булмай майҙанға тағы ла башҡа балалар ҙа йыйыла башланы. Матур ҡар бабай, ҡар әбей, ҡар бәпәй һындарын күреп, улар ҙа шундайҙы яһарға тотондо. Баяғы өсәү эргәһендә йәнә бер бәләкәйерәк ҡар балаһы барлыҡҡа килде. Тулы бер ғаилә булды: атай, әсәй, ҡыҙыҡай, малай.
Башҡалар ҙа үҙҙәренең ҡар бабайҙарын яһарға кереште. Майҙан гөр килеп тора. Бөтәһе лә ҡар тәгәрләтә. Балалары менән сыҡҡан бер-ике атай ҙа һындар яһарға ҡыҙығып китте. Береһе айыу яһап ҡуйҙы. Ул бөтәһе араһында ла иң ҙуры булды.
Ҡараңғы ла төшә башланы, әммә малайҙар һәм ҡыҙҙар туҡтарға уйламаны ла. Һәр ҡайһыһы үҙенең ҡар бабайын яһарға тырышты. Мин дә ярҙам итешеп йөрөнөм, ҡаштарын, күҙҙәрен, ауыҙҙарын яһарға булыштым. Бала саҡҡа ҡайтҡан кеүек булдым үҙем.
Өйгә инергә йыйынғас, нисә ҡар бабай бар икән, тип һанай башланым: бер, ике, өс... биш... 10 һын бөтә майҙанды биҙәп ултыра ине. Их, мин әйтәм, иртәгә эшкә барғандар һоҡланып үтәсәк икән. Күпме кеше эргәһендәге юлдан йөрөй бит.
...Мин дә иртәгәһенә төш мәлендә йомош менән урамға сыҡтым. Кисәге ҡар бабайҙарға, башҡа һындарға ҡарап көндөҙгө яҡтылыҡта тағы бер тапҡыр һоҡланғым килде... Тик ул майҙанда мин бер ни ҙә күрмәнем. Ҡайҙа булған балалар кис буйына тырышып-тырышып эшләгән һындар? Улар урынына тегендә-бында емерелгән ҡар өйөмдәре генә ята. Әйтерһең, бынан Мамай яуы үткән. Кемгә ҡамасаулаған улар? Кемдәрҙең ҡулы күтәрелгән ошондай матурлыҡты ҡыйратырға? Ғәжәп ҡалдым...
...Ирекһеҙҙән шундай уйға килдем: кемдер төҙөй, кемдер емерә. Берәү әйткән бит: Рәсәйҙә бер ваҡытта ла эшһеҙлек булмаясаҡ, сөнки бер туҡтауһыҙ емерәләр ҙә төҙөйҙәр, емерәләр ҙә төҙөйҙәр. Шуға ла алға барыш та, үҫеш тә юҡ.
Ни өсөн шулай? Бөтәһе лә ошо бөгөнгө балаларҙың ҡылығынан башланмаймы икән. Әлеге һындарҙы ла бит ололар килеп емермәгәндер. Балаларҙың үҙҙәренең ҡулы күтәрелгән. Кемдер төҙөй, ә икенселәре емерә. Ни өсөн? Сөнки тәрбиә юҡ. Ғаиләләрендә дөрөҫ тәрбиә алмағандар. Кеше хеҙмәтенә ихтирам менән ҡарарға өйрәнмәгәндәр. Емерерҙән алда үҙҙәре лә башҡалар кеүек эшләп ҡараһын ине, бәлки, шул саҡта ошо һындарға күпме тырышлыҡ, фантазия, хеҙмәт һалынғанлығын аңларҙар ине. Емереү еңел, төҙөү ауыр...
Кемдер, был уйын ғына бит, тип әйтер, йәнәһе, уйнап ҡына төҙөгәндәр, уйнап ҡына емергәндәр. Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, уйындан уймаҡ сыға, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Уйын аша балалар үҙҙәренең хыялдарын сағылдырҙы. Хыялдары селпәрәмә килгәнен күргәс, уларҙың күңелдәре лә ҡыйралманымы икән?..