+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
19 Сентябрь 2023, 14:00

Бурҙың бүрке яна...

Аҡса янсығын юғалтҡан бер кеше, күршеләренән шикләнеп, уларҙы судьяға алып килгән. Тик берәү ҙә ғәйебен танымаған.

Бурҙың бүрке яна...
Бурҙың бүрке яна...

Шунан судья быларҙың һәр ҡайһыһына бер оҙонлоҡтағы таяҡтарҙы тотторған да:
– Иртәгә бөтәгеҙ ҙә ошо таяҡтарығыҙҙы тотоп, яңынан минең яныма киләһегеҙ, – тигән. – Кем дә кем аҡсаны урлаған, шуның таяғы дүрттән бер өлөшкә оҙонаясаҡ.
Күршеләр өйҙәренә таралышҡан. Төн еткән. Кемдең намыҫы таҙа, шулар тыныс күңел менән йоҡларға ятҡан. Ә ҡараҡ төн буйына йоҡлай алмай ҡурҡып уйланған: «Иртәгә таяғым дүрттән бер өлөшөнә оҙонаясаҡ һәм мин фашланасаҡмын». Шуға ла уны дүрттән бер өлөшкә ҡыҫҡартып ҡуйған.
Иртән торһа, таяҡ оҙонаймаған. Бөтәһе лә судья янына йыйылғас, бурҙың кем икәнлеге асыҡланған һәм хөкөмсө уға аҡсаны эйәһенә ҡайтарып бирергә ҡушҡан.
Бурҙың бүрке яна, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигән әйтем дә бар.
Урлашып, талашып, ғүмерегеҙҙе ҡыҫҡартып йәшәмәгеҙ. Намыҫлы кешеләр, атайым әйтмешләй, тыныс күңел менән йоҡлап китә һәм йылмайып килеп уяна. Был донъяла күңел тыныслығынан да мөһимерәк нәмә юҡтыр ул...

Н. АЗАМАТОВ.

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: