-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
29 Апрель , 15:14

Тылсымлы һыу – ул сабырлыҡ

Әбей менән бабай йәшәгән. Йәш саҡтарында тормоштары бик матур барған, татыу торғандар, бер ваҡытта ла әрләшмәгәндәр. Әммә ҡартая килә йыш һүҙгә килә башлағандар.

Тылсымлы һыу – ул сабырлыҡ
Тылсымлы һыу – ул сабырлыҡ

Бабай бер һүҙ әйтһә, әбей икене яуап ҡайтарған, бабай икене әйтһә, әбей биш менән яуаплаған. Бабай биште әйтһә, тегеһе ун һүҙгә еткән. Ҡайһы саҡ был ғауға түҙеп торғоһоҙға әйләнгән. Икеһе лә өйҙө ташлап сығып китерҙәй бул­ған.
Бер көндө бабай түҙмәгән.
– Ни эшләйбеҙ ул беҙ, әбей? – тип һораған.
– Һин башлайһың бит, – тигән тегеһе.
– Мин? Үҙең түгелме? Оҙон телеңде тыя алмайһың!
– Юҡ, һин!
– Юҡ, һин!
Шулай тағы ғауға башланған.
Әбей ни эшләргә белмәй аптыраған. Артабан нисек йәшәргә? Ахырҙа, күршеһенә инеп, хәлдәрен һөйләгән.
– Мин һеҙҙең бәләгеҙгә ярҙам итә алам. Миндә тылсымлы һыу бар. Бабайың ҡысҡыра башлаһа, шул һыуҙы ауыҙыңа уртла. Тик йотма. Бабайың тынысланғансы тот. Һәм бөтәһе лә һәйбәт булыр.
Шулай тип әбейгә бер шешә менән һыу биргән. Әбей рәхмәт әйтеп өйөнә ҡайтып киткән.
Тупһа аша атлап инеүе менән бабай әрләшә бшлаған:
– Нимә эшләп, ҡайҙа йөрөй­һөң? Күптән сәй эсергә ваҡыт еткән. Ә һин һаман самауырыңды ҡуймағанһың!
Әбей яуап ҡайтарырға уйлаған да, күршеһенең кәңәшен иҫенә төшөрөп, шешәләге һыуҙы уртлаған, әммә йотмаған. Әбейе яуап ҡайтармағас, бабай ҙа тын­ған.
«Был һыу, ысынлап та, тылсымлы, ахырыһы», – тип әбей ҡыуанған. Һыулы шешәне йәшергән дә самауырын ҡуя башлаған.
– Нимә унда шылтыратаһың? Самауыр ҙа ҡуя алмайһыңмы әллә?
Бабайының һүҙенә әбейе тағы яуап ҡайтарырға уйлай ҙа, күршеһенең кәңәшен тотоп, йәнә һыу уртлай.
Әбейенең бер һүҙ ҙә әйтмәүен күреп, бабай бик ғәжәпләнә лә... үҙе лә өндәшмәй ҡала.
Шул көндән улар йәш саҡтағы һымаҡ әрләшмәйенсә татыу йәшәй башлаған.
Был тарих әбей менән бабайға ғына ҡағылмай. Бик ҡыҙған саҡта ваҡытында өндәшмәй ҡалырға үҙеңдә көс табырға кәрәк. Әлеге тылсымлы һыу ул сабырлыҡ тигәнде аңлаталыр.


А. ТЕМӘСОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: