Тегеләр өндәшмәй, ти. Ниндәй эш һайларға ла белмәйҙәр икән.
– Ярай улайһа, әйҙәгеҙ, донъя күреп йөрөп ҡайтайыҡ, кешеләр ни эш бөтөрә икән, ҡарайыҡ, – тигән атайҙары.
Яйлап йыйынып юлға сығып киткәндәр.
Бер ауылға барып еткәндәр. Ситтә генә тимерлек күргәндәр. Кереп, тимерсе менән һаулыҡ һорашып, һөйләшә башлағандар. Өлкән ул ҡулына сүкеш тотоп, тимерсегә ярҙам итеп тә ҡараған. Шунан былар артабан киткән.
Икенсе ауылға барып еткәндәр. Өлкән ул тегеләй-былай ҡаранған, тимерлек юҡ икәнен күргән дә атаһына әйткән:
– Бында ла тимерлек төҙөргә була бит. Ул эш миңә оҡшай. Ошонда эшләр инем.
Атаһы ҡыуанып киткән. Үҙенең тамағын туйҙырырлыҡ эш тапты, тип уның өсөн һөйөнгән.
– Ярай, – тигән ул, – әйҙә был ауылда һин тимерлек эшлә.
Улына тимерлек асырға ярҙам иткән. Кешеләр уны бик маҡтаған, үҙе лә эшенән ҡәнәғәт булған.
Ә кесе улы, күпме генә йөрөһә лә, күңеленә ятҡан эш тапмаған.
Атаһы менән юлдан китеп барһалар, туғайҙа бер үгеҙҙең йөрөгәнен күргәндәр. Ауыл да йыраҡ. Көтөүсеһе лә янда юҡ, ти.
– Әллә ошо үгеҙҙе урларғамы икән, атай? Был эш менән шөғөлләнһәм, тамағым да туҡ була, көн дә ит ашап һимерермен. Эше лә еңел, – тигән был.
– Урла, – тип яуап ҡайтарған атаһы. – Күңеленә ятҡан эште табып йәшәһен, тип йөрөтәм дә инде һине.
Улы үгеҙҙе тотоп алған да өйҙәренә табан атлаған.
– Һин урман янында көт, мин хәҙер шул ауылға барып киләм, унда танышым йәшәй, – тигән атаһы.
Улы үгеҙҙе ауылға табан ҡыуған. Бүре килеп сыҡмаһа ярар ине, тип ҡурҡа-ҡурҡа атлаған. Урман ситенә барып еткәнсе ҡалтыранып бөткән.
Атаһын көтөп алғас, улар бергә өйгә юлланған.
Үгеҙҙе салғандар, тиреһен тунағандар. Итен бешерергә ҡуйғандар.
Шунда атаһы улына былай тигән:
– Әйҙә, муйындарыбыҙҙы үлсәп ҡарайыҡ. Ошо итте ашап, кем нығыраҡ һимерер икән.
Бер бау алып, тәүҙә үҙенең муйынын үлсәгән дә төйөн яһап, бәйләп ҡуйған. Шунан улыныҡын үлсәгән.
Ит бешкәс, ашарға ултырғандар. Атаһы рәхәтләнеп, тәмен белеп тамаҡ туйҙырған. Ә улы туҡтауһыҙ ишек яғына ҡараған, үгеҙҙе эҙләп килмәҫтәрме икән, тип ҡурҡҡан. Эт өрһә йәки өйҙәре эргәһенән кемдер үтеп барһа, итте алып соланға йәшеренгән. Үҙенең ҡулдары, аяҡтары ҡалтыранған. Шулай көн артынан көн үткән.
Ниһайәт, былар үгеҙҙе ашап бөтөргән.
– Ә хәҙер муйындарҙы үлсәп ҡарайыҡ инде, – тигән бер көндө атаһы. – Кемгә файҙаға китте икән был үгеҙҙең ите.
Ҡараһалар, атаһының муйыны ике тапҡырға йыуанайған, ә улыныҡы, киреһенсә, ике тапҡырға нәҙегәйгән.
Улы аптырап:
– Нисек улай ул? – тип һораған.
– Сөнки һин урланған итте ашаның, – тигән атаһы.
– Һин дә шуны ашаның бит.
– Юҡ, мин хужаһына барып, аҡса түләп килдем. Шуға был үгеҙҙе үҙемдеке кеүек ашаным. Хәләл ризыҡ миңә файҙаға ғына китте. Ә һин өҫтәлгә ултырған һайын ҡурҡышыңдан ҡалтырай башлайһың. Урланған ит һинең алҡымыңдан ала, шуға муйының да нәҙегәйә. Урланған ризыҡ бер ваҡытта ла файҙаға булмай.
Атаһының улына әйткән был вәғәзе аҙыҡҡа ғына ҡағылмай. Тормошта урлашыуҙы ғына ҡарап торған кешеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осрап тора. Улар юлда хужаһыҙ әйбер тапһа ла, эйәһен эҙләргә тырышмай, тиҙерәк үҙләштерә һала. Хатта күрәләтә дуҫының, күршеһенең әйберҙәрен сәлдереүгә хәтлем барып етә. Бындай эш менән йыш шөғөлләнгән кешеләрҙә ошо сифат ғәҙәткә инеп китә һәм ауырыуға әйләнә. Ә намыҫ менән йәшәгән кешеләрҙең йәне лә, күңеле лә тыныс була. Шуны онотмағыҙ.
А. АЗАМАТОВ.
ФОТО: static.life.ru.