-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Өс һорау

Бер илдең хакимы төрлө аҡылға эйә булырға тырышҡан. Уға ҡайҙалыр донъяның бөтә һорауҙарына ла яуап бирә алырҙай кеше йәшәүе тураһында хәбәр килеп ишетелгән. Хаким уның янына барған.

Өс һорау
Өс һорау

Ҡараһа, бик ҡарт берәүҙең түтәл ҡаҙып йөрөгәнен күргән. Атынан төшөп, быға башын эйеп сәләм биргән дә:
– Мин үҙемдең өс һорауға яуап алыр­ға килдем: ерҙә иң мөһим кеше кем, донъяла иң кәрәкле эш ҡайһыһы һәм ниндәй көн башҡаларына ҡарағанда мөһиме? – тип һораған.
Ҡарт уға бер нимә тип тә яуап ҡайтармаған, ҡаҙыуын белгән. Хаким уға ярҙам итергә тотонған.
Шунда юлда бер кешенең килгәнен күреп ҡалған. Уның бите ҡанға буял­ған, ти. Хаким юлсыны туҡтатҡан, яҡшы һүҙҙәр менән йыуатҡан, йыл­ғанан һыу алып килеп битен йыуған һәм яраларын бәйләгән. Шунан уны ҡарттың ҡыуышына алып инеп урын­ға һалған.
Иртән тороп ҡараһа, ҡарт түтәлдәргә орлоҡ сәсеп йөрөй икән. Янына барып:
– Һин минең һорауҙарыма яуап бирмәҫкә булдыңмы ни? – тигән.
– Уларға һин үҙең үк яуап бирҙең бит, – тигән тегеһе.
– Нисек? – тип аптыраған хаким.
– Минең ҡарт икәнлегемде, хәлһеҙлегемде күреп, йәлләп, һин ярҙам итергә тотондоң. Түтәлде ҡаҙған ваҡытыңда мин – һинең өсөн мөһим кеше, ә булышыуың мөһим эш ине. Яралыны күреү менән уның хәле минекенә ҡарағанда мөһимерәк ине. Һәм ул һинең өсөн мөһим кешегә, ә ярҙамың мөһим эшкә әйләнде. Шулай булғас, иң мөһим кеше – ул һинең ярҙамыңа мохтаж бәндә. Ә иң мөһим эш – һинең уға ҡарата күрһәткән изгелегең, – тигән ҡарт.
Һүҙен йомғаҡлап, аҡыл эйәһе хакимдың иң аҙаҡҡы өсөнсө һорауына яуап биргән:
– Ә иң мөһим көн – ул әлеге көн.
Һәр көнөбөҙҙөң ҡәҙерен белеп, мохтаждарға ярҙам итеп, изгелектәр ҡылып йәшәһәк, тормошобоҙ мәғәнәлерәк, яҡтыраҡ һәм яҡшыраҡ булыр, тигәнгә ябай һәм асыҡ миҫал был.

А. НИЯЗОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: