Халыҡ, аслыҡтан үлеүҙән ҡурҡып, Хоҙайға ялбарған:
– Эй, Аллаһ, һин беҙҙең ни тиклем ғазапланыуҙы күрмәйһеңме ни? Яуҙырсы ямғырҙарыңды!
Әммә теләк ҡабул булмаған.
Шунан халыҡ тағы ла нығыраҡ үтенеп Хоҙайҙан ямғыр һораған.
Был юлы Аллаһ Тәғәлә ергә ямғыр ебәргән. Уңыш ҡотҡарылған. Бөтәһе лә ҡыуанған.
Тик, әлеге уңыштан бешерелгән ризыҡтарҙы ашап, халыҡ ҡырыла башлаған. Улар тағы Хоҙайға мөрәжәғәт иткән:
– Эй, Аллаһ! Беҙҙең ниндәй гонаһтарыбыҙ булды? Ни өсөн беҙгә шундай яза?
Аллаһ Тәғәлә былай яуап ҡайтарған:
– Быйылғы уңыш ағыулы ине. Шуға уны юҡ итер өсөн мин махсус рәүештә ҡоролоҡ ебәрҙем. Был йылды ярым ас йәшәһәгеҙ ҙә, үлмәҫ инегеҙ. Ләкин һеҙ үтенеп, ялбарып ямғыр һоранығыҙ.
Әлеге юлдарҙы уҡығас, үҙебеҙ менән булған хәлдәр ҙә күңелгә килә. Ҡайһы берәүҙәр, тәжрибәле өлкән кешеләрҙең, атай-әсәйҙәрҙең аҡыллы өгөт-нәсихәтенә, кәңәшенә ҡолаҡ һалмайынса, үҙ һүҙен һүҙ итергә, ныҡышып үҙ теләген тормошҡа ашырырға тырыша. Һөҙөмтәлә, бер нәмәгә лә өлгәшә алмай, күп йылдарын әрәмгә үткәрә. Нисек кенә хыял итһәк тә, күптәребеҙ йыһангир булып китә алмай. Бының өсөн нигеҙ булырға тейеш. Буш хыялдар менән йәшәгәнсе, ер кешеһе булып ҡалыу, тормошҡа айыҡ күҙ менән ҡарау яҡшыраҡ түгелме икән?!
А. НӘҮШИРВӘНОВ.