Бер ваҡыт күршеһе иртән һәйбәт кәйеф менән уянып тышҡа сыҡһа, тупһала тулы биҙрә йыуынты һыуы тора икән. Ул бысраҡ һыуҙы түккән, биҙрәне ялтыратҡансы таҙартып йыуған, уға иң бешкән, иң тәмле, иң ҙур алмаларҙы тултырып, күршеһенә киткән.
Ишеккә туҡылдатыуын ишеткәс, теге күршеһе: «Ниһайәт, мин бының йәненә тейҙем», – тип ҡыуанып уйлаған. Асһа, бер биҙрә алма тотҡан күршеһен күргән. Ә ул: «Кем нимәгә бай, шуның менән бүлешә», – тигән.
...Тормошта, үкенескә күрә, бөтә кеше лә әлеге һәйбәт күрше кеүек яҡшы түгел. Бер-береһенән көнләшеп, үсләшеп, яманлыҡ ҡылғандары ла, ғүмер буйы аралашмайынса йәшәгәндәре лә бар.
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Фатир алһаң, күрше менән бергә ал, тигән әйтем дә йәшәй. Бер-береңә ярҙам итеп, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла дуҫлыҡҡа хыянат итмәй, бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөшөп татыу ғүмер итеүселәр ҙә әҙ түгел. Ихаталарҙы кәртәләр айырып торһа ла, күңелдәрҙә ҡапҡалар булмаһын.
...Был өлкәндәр тормошонан миҫал бит, беҙгә ҡағылмай, тип уйлаусы балалар ҙа барҙыр. Әммә улар яңылыша. Барыһы ла бәләкәйҙән, бала саҡтан башлана. Бер партала ултырған, бер синыфта уҡыған иптәштәреңә ҡарата булған ихтирам, хөрмәт ҙурайғас та һинең холҡоңда ҡала. Мәктәп йылдарынан бер-берегеҙгә ҡарата тик яҡшы иҫтәлектәр генә ҡалдырырға тырышығыҙ.
М. АЗАМАТОВ.
ФОТО: yandex.ru.