-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Донъяны нисек үҙгәртергә?

Бер кеше йәш сағында бөтә донъяны үҙгәртергә хыялланған. Уға тотош Ер шары дөрөҫ ҡоролмаған кеүек тойолған. Ер йөҙө бөтөнләй икенсе булырға тейеш, тип уйлаған. Үҙенә шундай көс биреүен һорап, көн-төн Хоҙайға ялбарған.

Донъяны нисек үҙгәртергә?
Донъяны нисек үҙгәртергә?

Ярты ғүмер йәшәгәндән һуң ул Хоҙайға икенсе төрлө ялбара башлаған:
– Донъяны үҙгәртеү минең көсөмдән килмәне, хатта бер кеше лә икенсе төрлө булып китмәне. Исмаһам, үҙемдең ғаиләмде үҙгәртергә булышлыҡ итһәңсе...
...Инде өлкән йәшкә етеп, байтаҡ аҡыл туплағас, донъяла тик бер кешене – үҙен генә үҙгәртергә көс һораған, ти, был:
– Эй, Хоҙайым, мин донъяны ла, ғаиләмде лә үҙгәртә алманым. Мин хәҙер тик үҙемде үҙгәртергә теләйем. Зинһар, ярҙам ит.
Әммә уға Күктән шундай яуап килгән:
– Быға һинең ваҡытың ҡалманы. Ул хаҡта йәшерәк саҡта уйларға кәрәк ине.
Бөтә донъяны үҙгәртәм, тигәнсе башта эште үҙеңдән башларға, иң элек үҙеңә үҙгәрергә кәрәк икәнен генә аңламаған шул был кеше. Ғүмере заяға үткән. Һәр эшкә лә йәштән тотонорға кәрәк бит. Үҙеңдән башлаһаң, донъя ла, ғаиләң дә үҙгәрә ул.

А. ӘБДЕЛҒӘЛИМОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: