-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
11 Июнь , 13:52

Маҡсатҡа нисек өлгәшергә?

Йәйәнән уҡ атыу буйынса оҫта үҙ һөнәренә уҡыусыларын өйрәткән. Ағас­ҡа сәп эшләгән дә уларҙан нимә күреүҙәрен һораған.

Маҡсатҡа нисек өлгәшергә?
Маҡсатҡа нисек өлгәшергә?

– Мин ағасты һәм унда ҡуйылған сәпте күрәм, – тигән береһе.
– Ағасты, сығып килгән ҡояшты, һауалағы ҡоштарҙы күрәм, – тип яуап ҡайтарған икенсеһе.
Ҡалғандары ла яҡынса шулай әйткән.
Иң аҙаҡ уҡытыусы иң яҡшы уҡыу­сыһы янына килеп, унан һораған:
– Ә һин нимә күрәһең?
– Мин сәптән башҡа бер нәмә күрмәйем, – тигән ул.
– Бына шундай кеше генә сәпкә тейҙерә аласаҡ, – тип маҡтаған үҙен уҡытыусы.
Әгәр һеҙ ҙә алдығыҙға ниндәйҙер маҡсат ҡуйып, башҡа ваҡ мәсьәләләргә иғтибарығыҙҙы бүлһәгеҙ, тар­ҡалһағыҙ, оло хыялығыҙға өлгәшеүегеҙ икеле. Бөтә уйығыҙ, теләгегеҙ менән шул турала ғына уйла­һағыҙ, бәләкәс кенә аҙымдар менән булһа ла шуға ҡарай ынтыл­һағыҙ, көн дә нимәгәлер өлгәшһәгеҙ, мотлаҡ маҡсатығыҙға ирешерһегеҙ. Иң мөһиме – туҡтап ҡалмағыҙ.


А. САРМАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: