– Кемегеҙҙер был аҡсаға хужа булыр алдынан мин һеҙгә бер нисә тәжрибә үткәреп күрһәтәм, – ти психолог.
Шунан ҡағыҙҙы ҡулына алып йомарлай ҙа:
– Ошондай килеш тә уны алыр инегеҙме? – тип һорай. Бөтәһе лә тиерлек ризалыҡ белдереп ҡулдарын күтәрә.
– Улайһа, былай итәм, – тип аҡсаны иҙәнгә ташлап, ботинкаһының табаны менән тапап, бысратып бөтөрә.
Шунан әлеге аҡсаны, бөгәрләнгән, бысранған ҡағыҙ киҫәген, күтәреп, йәнә уҡыусыларға мөрәжәғәт итә:
– Ошондай килеш тә уны берәйегеҙ алырға теләр инеме?
Тағы барыһы ла ҡулдарын күтәрә.
– Дуҫтар, һеҙ әле генә фәһемле дәрескә шаһит булдығыҙ. Был йөҙ һумлыҡ аҡса менән мин нимә генә эшләмәнем, барығыҙ ҙа уны алырға теләнегеҙ. Сөнки ул, ниндәй генә хәлдә булһа ла, үҙҡиммәтен юғалтманы, барыбер шул 100 һумлыҡ аҡса килеш ҡалды. Беҙҙең тормошобоҙҙа ла йыш ҡына төрлө хәлдәр була. Эйәренән ҡолатып төшөрөлгән һыбайлы кеүек, тапалған бысраҡ иҙәндә ятҡан мәлдәр ҙә була. Шундай ваҡыттарҙа үҙебеҙҙе бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тоябыҙ. Әммә нисек кенә булмаһын, беҙ үҙебеҙҙең баһабыҙҙы юғалтмайбыҙ. Бысраҡбыҙмы, таҙабыҙмы, таушалғанбыҙмы, ситләтелгәнбеҙме – беҙ һәр ваҡыт үҙебеҙҙең асылыбыҙҙа ҡалабыҙ. Беҙҙе яратҡан кешеләр өсөн ҡәҙеребеҙҙе юғалтмайбыҙ. Беҙҙең баһабыҙ нимә эшләүебеҙҙә һәм кем менән таныш булыуыбыҙҙа түгел, ә үҙебеҙ булып ҡалыуыбыҙҙа. Ә был аҡсаға килгәндә, вәғәҙә иткәнемсә, уны һеҙгә бирәсәкмен. Сөнки үҙемде ихтирам итәм һәм һүҙемдә торам. Әммә теләүселәр күп булыу сәбәпле, имтиханды һәйбәт биргән уҡыусыға тапшырам, – тип йомғаҡлаған һүҙен уҡытыусы.
Һеҙ ҙә үҙегеҙҙең баһағыҙҙы юғалтмағыҙ, дуҫтар!
М. ТЕМӘСОВ.