...Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙең береһендә әлеге кеше билдәле фирманың контораһына әңгәмәләшеүгә китеп барған. Ҡапыл уның алдында ғына өлкән йәштәге бер ир йығылған. Был кеше, моғайын, иҫеректер, тип ҡулын да бирмәй ҡарап тора ла ҡабаланып китеп бара юлсы. Осрашыуға һуңламай ул, әммә әңгәмә уңышһыҙ үтә – уны эшкә алмайҙар.
...Йәйге көндәрҙең береһендә әлеге кеше ҡала буйлап йөрөгәндә урам артистарын күреп ҡала. Тамашасылар бик күп түгел, тип, туҡтап ҡарарға уйлай. Пьеса күңелле һәм мауыҡтырғыс була. Тамаша бөткәс, ҡул сабалар. Халыҡ таралыша башлай. Ул да, боролоп, ҡайтырға ашыға. Шул саҡ пьесала уйнаған клоун-әбей уны туҡтата һәм, спектакль оҡшанымы, актёрҙарҙың уйыны менән ҡәнәғәт ҡалдығыҙмы, тип һорай. Әммә был кешенең ҡарт әбей менән һөйләшкеһе килмәй китеп бара.
...Ямғырлы бер кистә ул дуҫының тыуған көнөнән арып ҡайтып килә. Тиҙерәк хуш еҫле ваннаға инеп, йылы түшәккә ятырға хыяллана. Шул саҡ кемдеңдер илаған тауышын ишетә. Баҡһаң, өй эргәһендәге эскәмйәлә ултырған ҡатын икән. Ҡулсатыры ла юҡ. Яңғыҙ. Күшеккән. Ирҙе күреп, ҡатын унан ярҙам һорай. Ғаиләһендә бәхетһеҙлек булған икән. Хәсрәтен кемгәлер һөйләп, күңелен бушатҡыһы килгән. Ләкин был кеше бер аҙ уйланып тора ла, йылы ваннаны, түшәкте күҙ алдына килтереп, өйөнә инә һалырға ашыға.
...Ғүмер үтә. Был ир бәхетһеҙ йәшәй һәм үлеп китә. Күктәрҙә үҙенең йән һаҡсыһы – фәрештәһен осрата.
– Минең өс хыялым бар ине, береһе лә тормошҡа ашманы. Бәхетһеҙ һәм файҙаһыҙ ғүмер кисерҙем. Йәл, – ти уға.
– Һе... Ә мин һинең хыялдар тормошҡа ашһын өсөн бөтәһен дә эшләнем бит. Тик һинең ҡулдарың, күҙҙәрең һәм йөрәгең генә шуларҙы күрмәне, – тигән фәрештә.
– Нисек инде?
– Иҫләйһеңме, ҡышҡы тайғаҡ юлда бер ир йығылғайны. Ул һин барырға теләгән фирманың генераль директоры ине. Әгәр шунда ҡулыңды биреп, торорға ярҙам итһәң, һине башың әйләнерлек карьера көтә ине.
...Ә теге урамдағы тамашала ҡатнашҡан ҡарт клоун ҡатынды хәтерләйһеңме? Һиңә һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәйне. Ул йәш һылыу актриса ине, тәү күреүҙән һиңә ғашиҡ булғайны. Һеҙҙе бәхетле киләсәк, балалар һәм мәңге һүнмәҫ мөхәббәт көтә ине. Һинең күҙҙәреңдең иғтибарлы булыуы ғына кәрәккәйне.
...Подъезың алдында илап ултырған ҡатынды ла онотманыңмы? Ул билдәле яҙыусы ине. Ғаиләһендәге бәхетһеҙлектән һуң үҙен тыңларлыҡ һәм аңларлыҡ кешегә мохтаж ине ул. Әгәр ҙә һин шунда ямғырҙа күшеккән, илап ни эшләргә белмәй ултырған ҡатынды фатирыңа саҡырып, сәй эсереп, тыңлаһаң, аҡыллы кәңәштәр биреп йыуатһаң, ул ошо хаҡта үҙенең китабында ла яҙыр һәм был әҫәр бөтә донъяға танылыу яулар ине. Һин дә билдәле булыр инең, сөнки автор китабының тәүге битенә ошо әҫәрҙе яҙырға көс биргән кешенең исемен яҙып ҡуйыр ине. Һиңә аңлай, тыңлай белеүсе йөрәгең генә кәрәк ине.
Һин үҙең тормошоңда иғтибарһыҙ булдың, дуҫ кеше!
Был фәһемле хикәйәт берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Һәр беребеҙҙең тормошонда ла шуға оҡшаш миҫалдар осрап тора бит. Аҙаҡ, ниңә шулай итмәнем икән, бөтөнләй икенсе булыр ине яҙмышым, тип үкенгән саҡтарыбыҙ әҙме ни?! Шуға кешегә ҡулыбыҙҙан килгән ярҙамды күрһәтергә тырышайыҡ. Тирә-йүнебеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ, күҙ алдыбыҙҙағы йәшәйеште, ярҙамға мохтаждарҙы ситләтеп үтмәйек. Ҡайһы саҡта бер йылы һүҙ етә, иғтибар менән тыңлау ҙа күңелде бушатырға, тынысланырға ярҙам итә. Беҙҙең ҡулдар, күҙҙәр, йөрәк тылсым, мөғжизә тыуҙырырға һәләтле.
А. НИЯЗОВ.
ФОТО: yandex.ru.