Атайҙары үлгәс, улдары теге баҫыуға барып, бик тырышып ерҙе ҡаҙып сыға, ләкин бер ниндәй ҙә алтын тапмай. Атайығыҙ, моғайын, йомартлығы арҡаһында булған байлығын кешеләргә таратып бөткәндер ҙә онотҡандыр, тип уйлап, эҙләүҙән туҡтағандар. Ҡапыл баштарына шундай уй килгән: ер ҡаҙылған, әрәм булып ятмаһын, берәй нәмә сәсергә кәрәк. Бойҙай сәскәндәр ҙә бер нисә айҙан мул уңыш йыйып алғандар. Игендәрен һатып, йыл буйы мул тормошта йәшәгәндәр. Уңышты йыйып алғандан һуң атайҙарының байлыҡ тураһында әйткән һүҙҙәрен тағы иҫтәренә төшөргәндәр ҙә теге ерҙе йәнә бер тапҡыр ҡаҙып сыҡҡандар. Әммә бер нәмә лә табылмаған.
Шулай бер нисә йыл үткән. Крәҫтиәндең улдары атайҙарының үҙенә күрә бер тәрбиә ысулын ҡулланғанын аңлап ҡалған. Улар васыяттың асылына төшөнгән һәм бай кешеләр булып киткән. Инде хәлле йәшәй башлағас, теге байлыҡ тураһында уйлауҙан туҡтағандар.
Был донъяла бер нәмә лә буштан килмәй. Барыһы ла тырыш хеҙмәт менән яулана: матди һәм рухи байлыҡ та, ихтирам да, дан да, хөрмәт тә... Ҡарттың ялҡау һәм ҡомһоҙ улдары ла шуны аңлауҙары менән етеш тормошта йәшәй башлай һәм матди байлыҡҡа өлгәшә, хеҙмәттәренең һөҙөмтәһен күреп, атайҙары васыятының мәғәнәһенә төшөнөп, бәхетле ғүмер кисерә.
Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән балалар ҙа оло тормош юлында юғалып ҡалмай, маҡсаттарына өлгәшә. Хеҙмәт – бөтә уңыштарҙың да башы.
А. МУЛЛАҠАЕВ.