Сөнки ул байлыҡ ҡына түгел, ә кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ итеү ҡоралы ла иҫәпләнгән. Әммә Христофор Колумбтың бер морягы үҙе менән бығаса күрелмәгән орлоҡ алып ҡайтҡан. Ул томат, беҙҙеңсә әйткәндә, помидор орлоғо булған. Тәмләп ҡарағас, файҙаһы хаҡында белгәс, моряк был орлоҡто өйөндә үҫтереп ҡарарға уйлаған. Бер йылдан тәүге уңыш алған. Күршеләре лә ауыҙ иткәс, оҡшатып, уны нисек үҫтерергә кәрәк икәнлеген өйрәтеүен һораған.
Моряк ун ике уҡыусыһына берәр генә орлоҡ биргән дә, нисек үҫтерергә кәрәклеген өйрәтеп, бер йылдан килеп ҡараясағын әйткән.
Бер йылдан һуң уҡыусыларының хеҙмәтен барып күрергә уйлаған. Һөҙөмтәләр бөтәһенеке лә бер төрлө булмаған.
Тәүге уҡыусыһында ул үҫентене бөтөнләй күрмәгән.
– Ҡайҙа һинең хеҙмәт емешең? – тип һораған уҡытыусы.
– Һеҙ биргән орлоҡто һаҡлай алманым. Уны сысҡан ашаған.
– Киләсәккә һиңә һабаҡ булһын: яуап бирер өсөн алған нәмәңде күҙ ҡараһындай һаҡларға кәрәк.
Икенсе уҡыусыһының да үҫентеһе булмаған.
– Артыҡ иртә сәскәнмен, орлоҡ өшөгән.
– Шуны иҫеңдән сығарма: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Бер нәмәне лә мәленән алда эшләмә, – тигән уҡытыусы.
Өсөнсө уҡыусыһы ла ҡыуандырмаған:
– Ғәфү итегеҙ, уҡытыусым, сәсеүен сәстем, әммә алдан шыттырырға онотҡанмын.
– Был һиңә һабаҡ булһын. Тәүҙә орлоҡто уятырға, үҫер өсөн әҙерләргә, шунан һуң ғына сәсергә кәрәк.
Дүртенсе уҡыусыһы ла уҡытыусыһын башын түбән эйеп ҡаршылаған.
– Мин орлоҡто сәсергә онотҡанмын.
– Хәтереңә һал: нимә сәсһәң, шуны урырһың.
Бишенсе уҡыусының һөҙөмтәһе лә маҡтанырлыҡ булмаған. Ул сәсеүен сәскән, орлоҡ шытып та сыҡҡан, тик уҡыусы үҫентене икенсе урынға күсереп ултыртырға уйлаған. Ә үҫенте ҡороған.
– Һәр нәмәнең үҙ тамыры булырға тейеш, – тигән уҡытыусы.
Алтынсы уҡыусыһының да йөҙө борсоулы булған.
– Минең үҫенте шытып сыҡты, тик уға һыу һибергә онотҡанмын, ул ҡороно.
– Шуны онотма: бер нәмә лә туҡландырылмайынса йәшәй алмай.
Етенсе уҡыусыһы менән осрашыуҙан да күңеле ҡайтып ҡала уҡытыусының.
– Күрше килеп ҡараны ла үҫенте һулыны ла ҡуйҙы, – тигән уҡыусыһы.
– Киләсәктә ҡәҙерле нәмәңде насар күҙҙән һаҡла.
Һигеҙенсе уҡыусы ла кәйефһеҙ булған.
– Сит кешеләрҙең кәңәштәрен тыңлап харап иттем.
– Белмәгән кешенең кәңәшен тыңлама.
Туғыҙынсы уҡыусыһы ла уҡытыусыһын шатландыра алмай.
– Мин орлоҡто артыҡ һуңлап сәскәнмен.
– Кисәге һәйбәт нәмә бөгөн яҡшы булмай шул.
Унынсы уҡыусыла, ниһайәт, үҫентене күргән уҡытыусы. Әммә ул бик сибек һәм емешһеҙ икән.
– Ерҙе ашларға онотҡанмын.
– Ерең уңдырышлы булмаһа, емеш көтмә.
Ун беренсе уҡыусыһына барғас ҡына ҡыуаныс кисергән уҡытыусы. Ул һәйбәт уңыш йыйып алған.
– Һеҙҙең бөтә кәңәштәрҙе лә тоттом.
– Һин – һәйбәт уҡыусы, һинең менән ғорурланам.
Тик уҡытыусыны ысын мәғәнәһендә мөғжизә ун икенсе уҡыусыһы янында көткән икән.
– О, уҡытыусым! Мин бөтәһен дә һеҙ ҡушҡанса эшләнем. Тағы ла үҫенте менән һәр ваҡыт һөйләштем. Иртән торғас та янына килеп, хәйерле иртә теләнем, төндө нисек үткәреүен һораным.
Көндөҙ килеп үҙебеҙҙең хәлдәрҙе – үҙемдең, ҡатындың, балаларҙың тормошо хаҡында белдерҙем. Һәр кис хәйерле төн теләп, шым ғына әкиәт һөйләнем. Минең шундай хәстәрлеккә үҫенте лә мул уңыш менән яуап бирҙе.
Уҡытыусы күҙ йәштәре менән тыңлап, уҡыусыһына рәхмәт әйткән. Тап шул уҡыусы үҙенең уҡытыусыһына әйләнгән.
Бына шулай: тормошта ҡайһы саҡ уҡыусылар ҙа уҡытыусыларға фәһем биреп ҡуя. Балаларға иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Беҙгә, өлкәндәргә, уларҙан да өйрәнәһе фәһемдәр юҡ түгел.
А. НИЯЗОВ.