Фәҡир: "Үҙемдә булмағанды башҡаларға нисек бирәйем һуң? Минең бит бер нәмәм дә юҡ!" — тип яуаплаған. Аллаһ әйткән: "Яңылышаһың. Һинең бер нисә ҡиммәтле әйберең бар:
йылмайыу бүләк итерҙәй йөҙөң,
матур һүҙ һөйләй алырҙай телең,
башҡаларҙы ла һыйындыра алырҙай йөрәгең,
әйләнә-тирәләгеләргә яғымлы итеп ҡарай алырлык күҙҙәрең,
кешегә изге ғәмәлдәр ҡыла алырҙай ҡул-аяҡтарың бар...
Ысынлап та, бер кеше лә хәйерсе түгел. Йыш ҡына әҙ генәнән дә күңел була. Йылмайып ҡараған кеше янында күңел тыныслана. Юҡҡа ғына, йылмайыу — ул саҙаҡа, тимәгәндәр. Мәғәнәле һүҙ, һөйләм дә – йән аҙығы. Аҡыллы кешенең кәңәше – алтындан да ҡәҙерле байлыҡ. Аҡса, мөлкәт бөгөн бар, иртәгә юҡ. Иң мөһиме — рухи ярлылыҡтан һаҡлаһын Хоҙай. Күңелдә бушлыҡ булмаһын. Кешеләргә ҡарата игелекле, мәрхәмәтле булып йәшәргә яҙһын. "Киләсәк ғүмерегеҙҙә, кем генә булһағыҙ ҙа – оло ғалим йә мәшһүр мөхәррирме, яҙыусы йә оҫта һөйләүсе вәғәҙсеме, сауҙәгәр йә бүтән һөнәр эйәһеме, кем генә булһағыҙ ҙа, гүзәл фиғел-ҡылыҡтан бер ҡараш та ситкә сыҡмағыҙ. Гүзәл холоҡ менән аҙ ғына ғилем дә – бик күп, ҡыҫҡа ғүмер ҙә оҙон булыр.
Әлиә СӘЛИМОВА.
Сығанаҡ: “Башдонъя” төркөмө.
Фото: З. Хәкимова.