Беренсе фәрештә уға былай ти:
– Һин һәр ваҡыт йәш ҡаласаҡһың, сөнки эргәңдә гел генә балалар йөрөйәсәк.
Икенсе фәрештә:
– Уйҙарың да, күңелең дә матур буласаҡ, сөнки йөрәгеңде балаларға биреүҙән дә изгерәк эш юҡ, – тигән.
Өсөнсө фәрештә:
– Һин үлемһеҙ буласаҡһың, сөнки ғүмерең уҡыусыларыңда дауам итәсәк, – тип әйткән.
Шул саҡ сәңгелдәк янына дүртенсе фәрештә килеп төшкән һәм күңелһеҙ тауыш менән былай тигән:
– Әммә һин ғүмерең буйына дәфтәрҙәр тикшерәсәкһең, эш көнөң төшкә тиклем – 8 сәғәт, төштән һуң – тағы 8 сәғәт, бөтә уйҙарың тик мәктәп хаҡында ғына буласаҡ һәм һин бер ҡасан да тынғылыҡ тапмаясаҡһың. Шуға күрә уйла, әлегә һуң түгел, бәлки, кире ҡарарға килерһең.
«Был фәрештә һәр ваҡыт һуңлап йөрөй инде, ләкин уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар һәм ғүмерҙәрен мәктәп, балалар менән бәйләүселәр бер ҡасан да был гүзәл һөнәргә хыянат итмәйәсәк», – тигән уҡытыусы.
Шундай фәһем бар: әгәр йәш уҡытыусы мәктәпкә килеп эш башлай һәм өс йыл хеҙмәт итә икән, ул бер ҡасан да был һөнәрҙән китә алмаясаҡ. Фәрештәләр әйткәнсә, мәңге йәш, дәртле, бала күңелле булып йәшәйәсәк. Белем биреп кенә ҡалмайынса, үҙендәге бөтә яҡшы сифаттарҙы ла уҡыусыларына еткерәсәк. Шуға күрә лә беҙ тәүге уҡытыусыларыбыҙҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Яңы уҡыу йылы башланыу менән, ҡәҙерле уҡытыусылар! Һеҙгә балалар күңеленә изгелек орлоҡтары һалыуҙа, оло тормош юлына аяҡ баҫтырыуҙа арымай-талмай хеҙмәт итеүегеҙҙә сабырлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ.
А. ТЕМӘСОВ.