– Ҡайһылай ирмәк бабай, – тип көлгән береһе.
– Ниндәй йыуан малай! – тип үсекләгән икенсеһе.
Балалар ҡысҡыра-ҡысҡыра олатай менән ейән янында һикерәңдәгән. Шул саҡ уҡытыусы, дәрес башланыуын белдереп, ҡыңғырау шылтыратҡан һәм барыһы ла йүгереп мәктәпкә инеп киткән. Ә олатай ейәнен етәкләп урамға сыҡҡан.
– Мин мәктәпкә бармайыммы ни? – тип һораған малай.
– Бараһың, тик быныһына түгел, – тип яуаплаған олатаһы асыулы ҡиәфәттә, – мин һиңә мәктәпте үҙем табам.
Олатаһы ейәнен өйгә алып ҡайтып ҡуйған да үҙе яҡшы мәктәп эҙләп киткән. Икенсе бер белем усағын күргән дә, ихатаһына инеп, уҡытыусының балаларҙы тәнәфескә сығарғанын көтөп ултырған.
Ҡайһы бер мәктәптәрҙә ҡартҡа балалар бөтөнләй иғтибар итмәгән, икенселәрендә уны үсекләгән. Олатай кеше һүҙһеҙ генә боролған да ары атлаған. Ниһайәт, ул бәләкәй генә мәктәп янына барып еткән дә, арып, ҡапҡаһына һөйәлгән. Ҡыңғырау шылтырау менән балалар гөрләшеп синыф бүлмәләренән килеп сыҡҡан.
– Олатай, хәлегеҙ насармы әллә, һыу килтерәйекме? – тигән береһе.
– Беҙҙең ихатала эскәмйә бар, әйҙәгеҙ, шунда ултырып тороғоҙ,– тигән икенсеһе.
– Уҡытыусыны саҡырайыҡмы? – тип һораған өсөнсөһө.
Шул ваҡыт мәктәптән йәш уҡытыусы килеп сыҡҡан. Ҡарт иҫәнләшкән дә:
– Ниһайәт, мин ейәнемә яҡшы мәктәп таптым,– тигән.
– Яңылышаһығыҙ, олатай, беҙҙең мәктәп бик шәптәрҙән түгел. Бәләкәй ҙә, тар ҙа.
Ҡарт бәхәсләшеп тормаған. Уҡытыусы менән бөтәһе тураһында ла һөйләшеп килешкән дә ҡайтып киткән.
Кис малайҙың әсәһе унан:
– Һин белемле кеше түгел бит. Ни өсөн тап шул мәктәпте һәм уҡытыусыны иң һәйбәте, тип уйлайһың? – тип һораған.
– Уҡыусыларына ҡарап уҡытыусының ниндәй икәнен белергә була,– тип яуаплаған олатай.
Ысынлап та, уҡыусыларҙың тәртибенә, үҙ-үҙҙәрен тотошона, башҡа кешеләргә мөнәсәбәтенә ҡарап, теге йәки был белем усағында тәрбиә эшенең ниндәй кимәлдә булыуын белергә мөмкин. Һеҙ шуның менән килешәһегеҙме?
М. АЗАМАТОВ.
Фото: yandex.ru.