Бер ваҡыт уҡыусы Уҡытыусынан:
– Әйтегеҙ әле, һөйөүеңде белдерер өсөн ниндәй көн яҡшы? – тип һораған.
– Ниндәй көн? – тип аптыраған Уҡытыусы.
– ...Йәки аҙнаның, йә айҙың берәй көнө.
– Ә-ә, аҙнаның көнөмө? Ул – шаршамбы, – тип хәйләкәр йылмайып яуап ҡайтарған Уҡытыусы.
Уҡыусылар шунда уҡ уның әйткәнен дәфтәрҙәренә яҙа башлаған.
– Ә һин ни эшләп яҙмайһың? – тип һораған Уҡытыусы үҙенә йылмайып ҡарап ултырған уҡыусыһынан.
– Сөнки мин һеҙҙең артабан нимә тип әйтерегеҙҙе беләм.
– Һәм нимә тип әйтәм инде мин?
Бөтәһе лә тынып ҡалған.
– Был көн шулай уҡ шишәмбе, йома, шәмбе, дүшәмбе, кесаҙна һәм йәкшәмбе, тип әйтәсәкһегеҙ.
– Һин хаҡлы, – тигән Уҡытыусы. – Тик мин башта йоманы атар инем, шунан һуң шишәмбене.
Уҡыусылар иптәштәренең дөрөҫ яуап биреүенә ҡыуанып шаулаша башлаған. Араларынан берәүһе:
– Уҡытыусы, әйтегеҙ әле, был көндәр мотлаҡ шундай тәртиптә булырға тейешме? – тип һораған.
Ул дөрөҫлөккә яҡын яуап биргән уҡыусыға ҡарап:
– Һин яуап ҡайтар! – тип бармағы менән төртөп күрһәткән.
– Тик бер генә көн, – тигән ул.
– Эйе, ул көн – БӨГӨН.
Һөйөүеңде белдерер өсөн генә түгел, ә әйтә торған һүҙеңде, яҡындарыңа, дуҫтарыңа, тормошҡа мөнәсәбәтеңде – һәр нәмәгә, һәр ерҙә үҙ мәлендә, бөгөн, әйтергә кәрәк. Ваҡытында әйтелмәгән һүҙҙәр үкенес тыуҙыра. Үкенестәр күңелдә үпкә, рәнйеш булып йыйыла, юшҡын булып йөрәккә ултыра. Бөгөн һәм хәҙер. Бөтә кеше лә ошо принцип менән йәшәһә, донъялар тағы ла матурыраҡ булыр.
А. МУЛЛАҠАЕВ.
Һүрәт: yandex.ru.