+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ноябрь 2017, 14:50

Бишенселә – «бишле»гә генә!

Тик «бишле»ләргә генә уҡыған балаларға һоҡланмау мөмкин түгел. Иғтибар иткәнегеҙ бар­ҙыр, улар, ғәҙәттә, һәр яҡлап өлгөр, тырыш, ҡыҙыҡһыныусан була. Барыһына ла етешәләр: өйҙә атай-әсәйҙәренә лә ярҙам итәләр, спорт менән дә шөғөлләнәләр, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә ваҡыт табалар. Китап уҡып ҡына ултыралар, тип һис әйтеп булмай.

Тик «бишле»ләргә генә уҡыған балаларға һоҡланмау мөмкин түгел. Иғтибар иткәнегеҙ бар­ҙыр, улар, ғәҙәттә, һәр яҡлап өлгөр, тырыш, ҡыҙыҡһыныусан була. Барыһына ла етешәләр: өйҙә атай-әсәйҙәренә лә ярҙам итәләр, спорт менән дә шөғөлләнәләр, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә ваҡыт табалар. Китап уҡып ҡына ултыралар, тип һис әйтеп булмай.
Ильяс Миһранов та – тап шундай уҡыусылар­ҙың береһе. Мәктәбебеҙҙең ғорурлығы, тиҙәр уның тураһында уҡытыусылары. V синыфта уҡыған малай беренсенән алып «бишле»гә генә өлгәшә. Яратҡан фәндәре – математика, урыҫ теле һәм тирә-яғыбыҙҙағы донъя буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт еңеүҙәр яулай. Әҙәби китаптар уҡырға яратҡас, белем даирә­һе лә киң. Иншалары бик матур килеп сыға. Улар­ҙың район гәзите биттәрендә баҫылғаны ла бар.
– Шул тиклем шәп малай. Бөтә нәмә уға еңел бирелә. Өсөнсөлә генә уҡыған сағында дәрес ваҡытында компьютерым эшләмәҫ булды ла ҡуй­ҙы. «Апай, ҡайҙа мин ҡарайым әле», – тип был эргәмә килеп баҫты. Нимә, тип уйлайһығыҙ, шул бала ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йүнәтеп бирҙе. Ҡайҙан беләһең һуң ул тиклемде, тигәс: «Күп уҡыйым», – тип кенә яуап бирҙе. Шулай аптыратҡан саҡтары байтаҡ булды уның. Үҙе шул тиклем ҡыҙыҡһыныусан, күпте белергә тырыша. Энциклопедияларҙың да ниндәйе генә юҡ өйҙәрендә! Атаһы менән әсәһе лә уның өсөн бөтә шарттар булдырырға тырыша. Өфөлә, Белоретта үткән төрлө сараларға бергәләп йөрөй­ҙәр.
Шахмат, шашка уйындарында мәктәптә Ильяс Миһрановҡа ҡаршы тороусы юҡ. Уҙған уҡыу йылында хатта IX синыф уҡыусылары менән көс һынашып, еңеү яуланы. Инглиз теле буйынса «Бульдог» Бөтә Рәсәй интернет-конкурста ҡатнашып, сертификат алды. Шулай уҡ Гагарин исемендәге Рәсәй олимпиадаһында мәктәп кимәлендә еңеүсе булып, «Гагарин кубогы» бәйгеһендә тирә-яғыбыҙҙағы донъя фәне буйынса муниципаль этапта яҡшы сығыш яһаны һәм значок менән бүләкләнде, – тип һөйләне уның тураһында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Нәйлә Ғүмәр ҡыҙы Шаһисолтанова.
Ильястың Илмир ағаһы менән Гөлдәриә апаһы ла яҡшы уҡыған. Етенсенән һуң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына уҡырға барып, ағаһы уны – алтын, апаһы көмөш миҙалға тамамлай. Әле Илмир Мәскәү дәүләт университетында белем ала, Гөлдәриә медицина университетын уңышлы бөтөрөп, тыуған яғында эш башлай. Ана шулай ғаиләләре менән шәптәр.
Шахмат серҙәренә, хоккейға Ильясты Илмир ағаһы өйрәтә. Мәктәптә уҡыған йылдарында «Салауат Юлаев» хоккей клубы ойошторған һүрәттәр конкурсында ҡатнашып, яратҡан командаһынан бик шәп бүләктәр ҙә алғайны. Эмблемалы шарфтары әле лә ҡәҙерләп һаҡлана. Ильяс та юлаевсыларҙың уйынын бер ваҡытта ла ҡарамай ҡалғаны юҡ. Үҙе лә хоккей уйнарға әүәҫ. Һалҡындар төшөп, йылға туңыу менән йыл һайын иптәштәре менән каток яһай­ҙар. Яҙ еткәнсе уны ҡарҙан таҙартып, рәхәтләнеп сәкән һуғалар. Физкультура – көтөп алған дәрестәренең береһе. Саңғыла ла бик шәп йөрөй, еңел атлетика менән дә шөғөлләнә. Быйылғы уҡыу йылының беренсе сиреген «бишле»­ләргә генә тамамлаған егет каникул көндәрен дә матур, файҙалы итеп үткәрә белә.
– Ял итәм, тип әллә ҡайҙарға сығып йөрөмәйем. Минең өсөн тыуған ауылымдан да матурыраҡ, ҡәҙерлерәк урын юҡ. Иптәштәрем менән уйнайбыҙ, китап уҡырға яратам. Йәйҙе лә ауылда үткәрҙем. Бесән сабырға өйрәндем. Тракторҙа ла йөрөй беләм хәҙер, – тине егет етди генә.
Уның менән аралашыуҙан ҙур кинәнес алып, үҙебеҙҙең милләттәштәр араһында шундай шәп егеттәр булыуына һөйөнөп, ғорурлыҡ тойғоһо менән киттем Ильяс янынан.

Х. ХӘСӘНОВА.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Читайте нас: