1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан «Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция» ҡабул ителә. Беҙҙең илдә 1994 йылда үҙ көсөнә инә. Төп мәсьәлә булып һәр баланы һаҡлау, яҡлау һәм улар өсөн һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу тора.
Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы белем усаҡтарында төрлө саралар үткәрелә. Өфөләге 48-се башҡорт лицейында ла башланғыс синыф уҡыусылары менән осрашыуға Орджоникидзе районының йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары килде. Кескәйҙәр менән тәүҙә юл ҡағиҙәләренә ҡағылышлы төрлө уйындар ойошторолдо, төрлө һорау-йомаҡтар аша уҡыусыларҙың белеме тикшерелде. Әлбиттә, һәр кем юл ҡағиҙәләрен белә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы бөтәһе лә теүәл үтәмәй, һаулығын, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Ә Александр Тактаев ағайҙары мәктәптә үҙеңде дөрөҫ тотоу тураһында һөйләп үтте. Һабаҡ булырҙай бер нисә миҫал да килтерҙе.
– Яңыраҡ бер белем усағында малайҙар көрмәкләшеп китеп, яңылыш синыфташ ҡыҙҙарына зыян килтерә, ул мейеһе һелкенеп, дауаханаға эләгә. Дауаланыу хаҡын ғәйепле малайҙарҙың ата-әсәһе түләй. Шуның өсөн ҡайҙа ғына булмаһын, үҙегеҙҙе ипле тотоғоҙ, – тине ул.
Ә IV «А» синыфы уҡыусылары менән балаларҙың хоҡуҡтары тураһында әңгәмә булды. Уҡытыусылары Гөлгөнә Ишбулды ҡыҙы Әхмәрова менән үҙ хоҡуҡтарын төплө генә өйрәнгәндәр икән. Улар өсөн ҡыуанып ултырҙыҡ.
– Ниндәй хоҡуҡтарығыҙ бар? – тигән һорауға, алмашлап яуап бирҙеләр.
– Дауаланыуға, медицина ярҙамы алыуға.
– Бүтән балалар менән уйнарға.
– Кеше хоҡуҡтары һаҡланыуға, бер кем дә беҙҙең иркебеҙҙе боҙорға тейеш түгел…
Азалиә Хөсәйенова, Илмир Үтәғолов, Камилла Солтанғәлина, Элина Төхвәтуллина, Даяна Йосопова, Карина Фёдорова, Сабина Вәлиуллина, Әлфинә Ғәлиева, Айҙар Ҡужагилдин әүҙемлектәре менән айырылып торҙо. Хоҡуҡтар ғына түгел, бурыстар тураһында ла һөйләшеү булды. Ҡанундарҙы үтәргә, башҡаларҙың кешелек хоҡуҡтарын һәм иректәрен, намыҫын һәм кешелек дәрәжәһен ихтирам итергә бурыслыбыҙ. Атай-әсәйҙәребеҙҙе хөрмәт итергә, белем алырға кәрәк.
Дүртенселәрҙең башҡортса матур ғына һөйләшеүе лә иғтибарҙы йәлеп итте. Баҡһаң, улар уҡытыусылары етәкселегендә «Умырзая» йәкшәмбе мәктәбендә лә шөғөлләнә икән: фольклор төркөмөнә йөрөйҙәр.
– Был уларҙың телмәр үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында былтыр I урын алдыҡ. Бүтән бәйгеләрҙә лә ҡатнашабыҙ. Милана Шәрифйәнова, Лилиә Рәҡипова, Рөстәм Рәфетдинов, Азалиә Хөсәйенова, Баязит Әхмәров, Эмиль Мөхәмәтшиндарҙың уңыштары ҡыуандыра, – ти Гөлгөнә Ишбулды ҡыҙы.
Уйлап ҡараһаң, тормошобоҙ тотош хоҡуҡтар һәм бурыстарҙың үтәлеүенән тора икән. Әлеге дүртенселәрҙе генә алайыҡ: белем алалар, һәләттәрен үҫтерәләр, туған телдәрен өйрәнәләр, өлкәндәрҙе ихтирам итәләр, өйҙәрендә атай-әсәйҙәренә ярҙам итәләр…
Ә беҙҙең, өлкәндәрҙең, бурысы: балиғ булмағандарҙың һаулығын, әхлаҡи торошон, белем алыуын, һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген ҡайғыртыу, хәстәрләү, уларҙы йәмғиәттең насар йоғонтоһонан һаҡлау, шулай уҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын тәьмин итеү. Балаларыбыҙҙы яҡлайыҡ, уларға ярҙам итәйек, бурыстарын аңлатайыҡ, хоҡуҡтарын боҙмайыҡ!