-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ноябрь 2017, 14:57

Абҙанда шахмат яраталар

Былтырғы уҡыу йылында Иҫәнғолдан, Таҙлар ауылынан «Серле шаҡмаҡтар» конкурсында әүҙем ҡатнашҡайнылар. Еңеүселәр бүләктәребеҙҙе алып ҡыуанғайны. Ә быйыл Абҙан мәктәбе бәйгегә ихлас ҡушылды.

Түңәрәккә йөрөүселәр Марс Мөҙәрис улы менән.

– Беҙҙә түңәрәк тә эшләй. Балалар шашка, шахмат уйнап ҡына ҡалмай, төрлө бәйгеләрҙә лә ҡатнаша. Ишембайҙа, Сибайҙа, Өфөлә ярыштарҙа бүләкләнеүселәр ҙә күп булды. Ә район буйынса чемпиондарыбыҙ ҙа, призлы урын алғандар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, V синыфтан Илгизәр Йәнсурин, етенсенән Илнар Һибәтуллин менән Айҙариә Арыҫланбаева, туғыҙынсынан Родион Ишмөхәмәтовтар, – тип ҡаршыланы беҙҙе шахмат һәм шашка түңәрәге етәксеһе Марс Мөҙәрис улы Ҡоҙаҡаев.

Һәр мәктәптә лә булһын ине уның кеүек ойоштороусылар. Шахмат, шашка менән шөғөлләнергә теләүселәр күп бит ул. Ана, Абҙан мәктәбе уҡыу­сылары «Йәншишмә» үткәргән бәйгелә лә ҡатнаша башланы. Уларға уңыштар теләйек.

М. ХӘЙБУЛЛИН.

Ейәнсура районы.
Читайте нас: