+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ноябрь 2017, 15:26

Ҡәҙерле кешебеҙ

Әсәйемдең исеме – Фәнисә, ул мәктәптә балалар уҡыта, эш стажы – 34 йыл. Һәйбәт уҡытыусы, тиҙәр уның тураһында. Уҡыған сағында өлгөлө пио­нер булған. Мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһын бөтөрөп, Покровка ауылына юллана. Ете йыл уҡытҡас, Воздвиженкаға эшкә бар­ған һәм беҙҙең атайҙы осрат­ҡан. 1991 йылда улар гөрләтеп туй үткәргән.

Әсәйемдең исеме – Фәнисә, ул мәктәптә балалар уҡыта, эш стажы – 34 йыл. Һәйбәт уҡытыусы, тиҙәр уның тураһында. Уҡыған сағында өлгөлө пио­нер булған. Мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһын бөтөрөп, Покровка ауылына юллана. Ете йыл уҡытҡас, Воздвиженкаға эшкә бар­ған һәм беҙҙең атайҙы осрат­ҡан. 1991 йылда улар гөрләтеп туй үткәргән.

Беҙ ғаиләлә дүрт бала. Ағай­ҙарым Рәғип, Йомабай, апайым Миләүшә һәм мин әсәйебеҙҙе бик яратабыҙ. Юбилейы һәм Әсә көнө алдынан уға һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Әсәйем янда булғанда бик рәхәт. Атайым менән бергә-бергә матур ғүмер итеүҙәрен теләйем.

Арыҫлан АБДРАХМАНОВ,
VII синыф уҡыусыһы.

* * *

Иң ҡәҙерле кешеләрем – атайым менән әсәйем. Уларһыҙ үҙемдең тормошомдо күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Һәр саҡ уларға ярҙам итергә тырышам, тәмлекәстәр менән һыйлайым. Атайымдың исеме – Зыя, әсәйемдеке – Рауза. Атайым Өфөлә иретеп йәбештереүсе булып эшләй, әсәйем Подольск мәктәбендә математика дәрестәрен алып бара. Атайыбыҙ эшкә кит­һә, беҙгә гел күңелһеҙ була. Ул өйгә күп итеп күстәнәстәр алып ҡайта. Үҙен мунсалар яғып, тәмле-тәмле бәлештәр, бишбармаҡтар бешереп көтәбеҙ.

Ә әсәй менән мин һәр саҡ бергә мәктәпкә йөрөйбөҙ, ашарға бешерәбеҙ, хатта кискеһен дәрестәрҙе лә икәүләп әҙерләйбеҙ. Атайымды ла, әсәйемде лә ныҡ яратам. Уларға һаулыҡ, бәхет теләйем.

Азалиә ӘХМӘТОВА,
IX «Б» синыфы уҡыусыһы.

* * *

Тыуғас та әсәйҙәр сабыйҙарын иркәләп, наҙлап үҫтерә. Бер ваҡытта ла шул йылыһынан айырмайҙар. Уларҙың иңенә ауыр һәм яуаплы эштәр һалын­ған: тамаҡ бешереү, ғаилә ҡороу, бала үҫтереү. Шуға үҙҙәрен донъя тотҡаһы, тиҙәр ҙә инде. Бөтә әсәйҙәрҙең теләге – балаларын матур итеп аяҡҡа баҫтырыу. Улар беҙҙе ғүмер буйы тәрбиәләй, ҙурайғас та әсәйҙәр өсөн бала булып ҡалабыҙ. Беҙ шатланһаҡ, бергә һөйөнәләр, кәйефебеҙ булмаһа, улар ҙа көйәләнә. Мин дә үҙемдең әсәйемде ныҡ яратам, уны бер ҡасан да ҡайғыға һалмаясаҡмын.

Гөлфиә ҒИЗӘТУЛЛИНА,
IX «Б» синыфы уҡыусыһы.

* * *

Бигерәк матур яңғырай ҙа инде беҙҙең башҡорт телендә «әсәй» һүҙе. Йомшаҡ та, наҙлы ла. Үҙҙәре лә шундай бит улар.

Минең дә янымда ғүмер юлында аҙашмаҫтай тормош һабаҡтары биреүсе ҡәҙерле кешем – әсәйем бар.

Ҡатын -ҡыҙҙар белергә тейеш эштәр­ҙе генә түгел, яҙмыш һынауҙары алдында нисек ҡаушап ҡалмаҫҡа икәнлеген дә ул өйрәтә. «Тормошта килеп тыуған ҡаршылыҡтарға хәл ителмәҫлек мәсьәлә тип түгел, ә яулайһы үрҙәр итеп ҡабул итегеҙ», – ти һәр ваҡыт. Эргәмдә әсәйем кеүек һаҡлаусы ла, яҡлаусы ла булғанда мин ышаныслы аҙымдар менән алға барам.

Гөлназ ҠӘЙЕПОВА,
IX синыф уҡыусыһы.

* * *

Әсәй! Әсәкәйем! Ниндәй яғымлы, матур һүҙ! Уны гел ҡабатлағы килеп кенә тора. Сөнки әсәйҙән дә матурыраҡ, яғымлыраҡ кеше юҡтыр. Минең ҡәҙерлем Зөлфиә Малик ҡыҙы Рә­сембәтова (Ҡотоева) 1981 йылдың 11 ноябрендә Әҙел ауылында тыуған. Яңыраҡ уға 35 йәш тулды. Әсәйем 1999 йылда Подольск мәктәбендә XI синыфты тамамлаған. 20 йәшендә кейәүгә сыҡҡан. Хәҙер беҙҙең ғаиләлә биш бала. Бөтәбеҙ ҙә әсәйебеҙҙе бик яратабыҙ. Ул беҙҙе аҡыллы, тәртипле булырға өйрәтә. Балаларына ваҡытын йәлләмәй, өйгә эштәребеҙҙе тикшереп, маҡтап, һәр ваҡыт арҡабыҙҙан тупылдатып һөйөп тора. Әгәр ул өйҙә булмаһа, барыбыҙға ла бик күңелһеҙ.

Әсәйебеҙ телде йоторлоҡ тәмле аштар бешерә: ҡоймаҡтары күпереп тора, бәлеш, манты, бишбармаҡтарын да һәр кем маҡтап бөтә алмай. Илнар ағайымдың, Ильяс ҡустымдың һәм минең мәктәптән ҡайтыуыбыҙҙы әсәйебеҙ өҙөлөп көтә. Беҙ ҙә уны ныҡ һағынып ҡайтабыҙ. Ҡәҙерлемде бик яратам, уға ярҙам итешәм. Иҙән йыуам, ҡус­тымды ҡарашам. Йәй көнө баҡсаға һыу ҡойошам, малдарҙы ҡураға алып ҡайтам. Мин әсәйемә һаулыҡ теләйем һәм үҙенә терәк булып ҡына үҫәсәкмен.

Дилбәр ҠОТОЕВА,
VII синыф уҡыусыһы.

* * *

Таштуғай мәктәбен тамамлағас, әсәйем Алһыу Камалетдин ҡыҙы Сибайҙа уҡыған. Өләсәйемдең иң ҙур ярҙамсыһы була ул. 1999 йылда атайымды осратып, кейәүгә сыға һәм Әҙел мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай. Хәҙер инде 15 йыл балаларға белем бирә. Беҙҙе әсәйебеҙ көн дә тәмле-тәмле аштар менән һыйлай. Шундай яҡын ҡәҙерле кешебеҙ булған­ға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.

Зөбәржәт СӘЙЕТОВА,
VII синыф уҡыусыһы.

* * *

Минең әсәйемдең исеме – Гүзәл, мәғәнәһе «бик матур»тигәнде аңлата. Ысынлап та, күркәм кеше, баш­ҡарған эштәре лә матур килеп сыға. Бәйләргә ярата, мин дә уға ҡарап өйрәнәм. Ашар­ға ла бергәләп әҙерләйбеҙ. Әлдә, әсәй, һин бар әле донъяла!


Руфина ШӘРИПОВА, V синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.

Читайте нас: