+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Декабрь 2017, 16:30

Мөмкинлектәр сикле түгел!

«Башҡортостанда уңайлы мөхит» программаһына ярашлы, инвалид балаларҙы реабилитациялау буйынса берҙәм хеҙмәт булдырыла. Был мәсьәлә республика Хөкүмәтендә ҡаралды. Уның буйынса үҫеш мәлендә норманан тайпылған сабыйҙарҙы асыҡлау өсөн саралар күреләсәк. Бынан тыш, 4 йәшкә тиклем сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә даими рәүештә реабилитация үҙәге белгестәре килеп йөрөйәсәк.

«Башҡортостанда уңайлы мөхит» программаһына ярашлы, инвалид балаларҙы реабилитациялау буйынса берҙәм хеҙмәт булдырыла. Был мәсьәлә республика Хөкүмәтендә ҡаралды. Уның буйынса үҫеш мәлендә норманан тайпылған сабыйҙарҙы асыҡлау өсөн саралар күреләсәк. Бынан тыш, 4 йәшкә тиклем сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә даими рәүештә реабилитация үҙәге белгестәре килеп йөрөйәсәк.

Республика дистанцион белем биреү үҙәге 2010 йылдан башлап эшләй. Ул хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн 13-сө махсус интернат-мәктәп нигеҙендә барлыҡҡа килә. Быға тиклем эш берлектә алып ба­рыл­һа, быйылдан үҙ ал­лы уҡыу йортона әүерелде. Инвалид балаларға уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында республика буйынса алты филиалы ла бар. Улар Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Белорет ҡалаларында һәм Мәсәғүт район үҙәгендә урын­лаш­ҡан. Дистанцион белем биреү формаһы һәр инвалид балаға, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, тейешле кимәлдә белем алыу мөмкинлеген бирә.

Үҙәктә меңдән ашыу уҡытыусы эшләй. Дүртәүһе – фән кандидаты. Уларҙың барыһы ла предмет уҡытыусыһынан тыш, психолог, логопед, дефектолог һөнәрҙәрен үҙләштергән. Һәр баланың психик, физик мөмкинлектәренә ҡарап, шәхси эш пландары әҙерләйҙәр. Педагогтар­ҙың эшмәкәрлеге белем серҙәрен өйрәтеүгә генә түгел, ә телмәр үҫешендәге етешһеҙлектәрен, психик функцияларын коррекциялауға ла йүнәлтелгән. Уҡыусылар төрлө йүнәлештәге район, республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашып, приз­лы урындар яулай. Улар араһында бына тигән физиктар, тарихсылар, математиктар бар. Әҙәбиәтте һөйөүселәр ҙә бихисап. Күптәр Гагарин кубогына олимпиадала теләп ҡатнаша. Был үҙәкте миҙалға тамамлаусылар булыуы ла ҡыуандыра, төрлө юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр ҙә байтаҡ. Спорт менән дә шөғөлләнеп, ҙур уңыштарға ирешәләр.
Бында белем алыусылар тик уҡыу менән генә мәшғүл икән, тимәгеҙ. Тырышып уҡыған кеүек үк, матур ял да итә беләләр. Үҙәккә ата-әсәләре менән бергәләшеп улар өсөн ойош­торолған төрлө оҫталыҡ дәрестәренә, концерттарға, байрамдарға киләләр. Логопедтар үткәргән уҡыу­ҙар үҙе бер байрам кисәһе һымаҡ уҙа. Синыф етәкселәре менән экскурсияларға, төрлө күргәҙмәләргә йөрөргә лә өлгөрәләр. Уҡыусылар­ҙың нурлы йөҙҙәрен, шат тауыштарын, уҡыуҙа, спортта, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп алған грамота, дипломдарын, кубоктарын, миҙалдарын күреп, был балаларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ, тип ҡыуанабыҙ.

Нурия МОРАТОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: