0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2018, 14:51

Дуҫтар менән күңелле

Тышта ҡар яуа, ҡар яуа,Ниндәй саф һауа, саф һауа.Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ,Сана шыуайыҡ, шыуайыҡ.Был малайҙар тап шулай тип йырлайҙарҙыр, моғайын.

Тышта ҡар яуа, ҡар яуа,

Ниндәй саф һауа, саф һауа.

Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ,

Сана шыуайыҡ, шыуайыҡ.

Был малайҙар тап шулай тип йырлайҙарҙыр, моғайын.

Сөнки көн һыуыҡ ҡына булыуға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп тышта уйнайҙар, сана, саңғы шыуа­лар, йылғала боҙҙа йөрөйҙәр. Биттәре алланған. Саф һауа килешкән үҙҙәренә. Кемдәр улар, тиһегеҙме? Вилнур Ҡоҙашев Йылайыр районының Ҡаш­ҡар ауылынан туғандарына ҡунаҡҡа килгән. Үҙҙәренең яғы ла бик матур. Әммә Бөрйән тәбиғәте һоҡланғыс. Бигерәк тә туғыҙ тауға һыйынып, Нөгөш йылғаһы буйында ултырған Ямаш ауылының тәбиғәтенә хайран ҡалырлыҡ. Бында әүлиә Уйылдан мулла ла йәшәгән. Изге күңелле олатай янына, уның зыяратына әле лә кешеләр һуҡмағы өҙөлмәй. Унда яңыраҡ булып киткәндәр ғәжәп иткән: ҡыш көнө лә ҡәбер тирәләй йәп-йәшел үлән үҫеп ултыра икән. Изге күңел менән ярҙам һорап килгәндәргә мулла бабай ярҙам итә, тиҙәр.
Шундай тарихи шәхесе бул­ған ауылда йәшәй Вилнурҙың туғандары. Бында рәхәтләнеп ял итә, үҙе ише малайҙар менән дуҫлашып бөткән. Вилнур­ҙың йәштәше VI синыф уҡыу­сыһы Рәшит Ғәбитов, ағалы-ҡустылы V һәм II синыф уҡыу­сылары Айсар менән Нурислам Иҫәнамановтар – һәйбәт малайҙар. Дуҫтар менән күңелле шул. Ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй. Уҡыуҙар тамамланғас, Вилнур тағы килер әле Ямаш­ҡа. Нөгөштә һыу инеү, балыҡ тотоу, һунарсы ағайҙарҙың мажаралы сәхифәләрен тыңлау бигерәк ҡыҙыҡ. Ә урман уртаһында ғына ултырған ауылда һунарсы булмау мөмкин түгелдер. Күренекле яҙыусы Зөфәр Толомғужин да ошо ауылда тыу­ған бит. Уның «Айыу мажаралары» тигән китабын йотлоғоп уҡырлыҡ. Ҡыҙыҡ та, ҡур­ҡыныс та.
Был ауыл тағы бер ваҡиға менән тарихҡа инеп ҡалған. Ун ике саҡрымдағы күрше ауыл мәктәбенә барыр өсөн уҡыу­сылар бүреләрҙән һаҡланып, балта тотоп юлға сыҡҡан икән. Был хаҡта интернет аша Баш­ҡортостанға ғына түгел, бөтә донъяға билдәле булғас, хәҙер балаларҙы махсус автобустар­ҙа йөрөтәләр.
Ямаш, тиһәк, бәлки, күптәр белмәҫ тә. Сөнки был атама халыҡ араһында ғына йөрөй. Ә рәсми исеме – Үрге Нөгөш. Ауыл малайҙарына ҡарап һоҡланырлыҡ. Улар эш рәтен дә белә, буш ваҡыттарын да фай­ҙалы үткәрә, көслө, уңған, хужалыҡсан булып үҫә. Илебеҙҙең киләсәге лә тап шундайҙар ҡулында бит.

З. ЯЛСЫҠАЕВА.
Бөрйән районы, Үрге Нөгөш ауылы.

Читайте нас: