Мәктәп белем усағы ғына түгел ул, балаға тәрбиә лә бирә. Мостай Кәрим исемендәге 158-cе башҡорт гимназияһы был йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ. Тәрбиә мәсьәләләренә арналған дөйөм атай-әсәйҙәр йыйылыштары даими үткәрелә. Ә быйыл, Ғаилә йылында, эш тағы ла йәнләнәсәк. Сөнки гимназияла «Ғаилә ҡиммәттәре» фестивале проекты тормошҡа ашырыла һәм йыл буйына барасаҡ сараларҙа уҡыусылар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр һәм олатай-өләсәйҙәр бергәләп ҡатнашасаҡ.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан фестивалдең тәүге этабы үткәрелде. «Батыр егет – ил күрке» тип аталды ул. Гимназияла уҡыусы балаларҙың республикала ғына түгел, бөтә илдә лә танылыу алған данлыҡлы атайҙары, әсәйҙәре, олатайҙары, өләсәйҙәре саҡырылғайны. Филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР-ҙың маҡтаулы энергетигы Шамил Әбдрәшитов, йырсы Марсель Ҡотоев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зөһрә Исмәғилева һәм башҡалар ҡатнашлығында батырлыҡ дәрестәре үтте. VI «Б»лар синыфташтары Рамаҙандың атаһын, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүз Ҡаҙаҡбаевты, саҡырғайны. Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы дәрес булды. Филүз Хәсән улы һуғыш ветерандары – ике олатаһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
– Миңлеғәле ҡартатайым 1914 йылғы I Донъя һәм немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ла ҡатнашҡан. Ә икенсеһе Ғатаулла исемле ине. Бөйөк Ватан һуғышында Шайморатов генерал етәкселегендә Башҡорт атлы кавалерияһында һуғышҡан. Наградалары күп ине. Бер аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡан. Был турала үҙенең һөйләгәне хәтерҙә һаҡлана. Атта сабып барғанда ҡапыл немец танкылары килеп сыға ла уларҙың снарядынан олатайымдың аяғы яралана. Ҡолап төшөп урманға ҡарай шыуыша, шулай итеп, ҡотолоп ҡала, уны санитарҙар дауаларға алып китә. Һуғыштан һуң умарта, ат тотоп, Хәйбуллала матур итеп донъя көтөп, 77 йәшкә тиклем йәшәне. Сәнғәткә һөйөүем ҡартатайҙарымдан килә. Матур йырлайҙар ҙа, шиғыр ҙа уҡыйҙар ине. Абдулла олатайымдың бейеү көйөнә протезы менән булһа ла тыпырҙатып ҡуйғанын хәтерләйем. Үҙем хореография училищеһын тамамлағас, Куйбышев ҡалаһында (хәҙерге Һамар) Совет Армияһы сафында хеҙмәт иттем, – тип һөйләне ул.
Алтынсыларҙың ҡунаҡҡа һорауҙары ла күп ине. Мәҫәлән, автоматты нисә секундта һүтеп-йыя алыуы менән ҡыҙыҡһындылар. Үҙҙәренең һөнәрҙәрен дә күрһәттеләр. Инглиз телен һыу кеүек эскән Ильяс Хатипов Мостай Кәримдең «Россиянмын» шиғырын инглизсә һөйләп күрһәтте. Дәрес Мостай Кәримдең музей-кабинетында барҙы. Шуға ла уның ғаиләһен дә иҫкә алдылар. Ильяс шағирҙың шәжәрәһе менән, Әҙилә Егорова – фотоларҙағы ғаилә ағзалары менән таныштырҙы, ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәйрүзә Үтәбаева Кәримовтар ғаиләһенә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы факттар килтерҙе: