Эйе, эйе, ялҡау кеше генә эш юҡлығына зарлана. Ә тырышҡан таба, ташҡа ла ҡаҙаҡ ҡаға. Ауыл ерендә егәрле, өлгөр булһаң, бына тигән итеп йәшәргә, аҡса эшләргә була. Яңы Хвалын мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Азат Ҡотлогилдин фәнни-тикшеренеү эше башҡарғанда шундай һығымтаға килгән. Ул ғилми хеҙмәтен үҙ ғаиләһе миҫалында яҙған.
Егеттең ата-әсәһе үҙ хужалығында нимә генә тотмай: һыйыр, кәзә, һарыҡтары бар, күп итеп ҡош-ҡорт та аҫрайҙар. Улар үҙҙәре үк күпме килем килтерә. Кәзә һөтөнән әсәһе эшләгән файҙалы ҡымыҙҙы ауылдаштары ла яратып, һорап ала. Һөттән эшләнгән башҡа ризыҡтар ҙа әрәм-шәрәм ителмәй, күпмелер табыш килтерә. Ә ишек алды тулып, йүгереп йөрөгән күркә, бройлер тауыҡтары һатыу өсөн үҫтерелә. Умарталыҡтарынан алған тәмле балды әйтеп тормайбыҙ. Унан йылына 180 мең тирәһе аҡса килә. Ә баҡсаларында ниндәй генә йәшелсә-емештәр юҡ! Яҙын үҙҙәре үҫтергән үрсетмәләрен дә һаталар. Ай һайын һәр береһен энәһенән-ебенә тиклем хисаплап барғас, тотонолғандан тыш, егет үҙ ғаиләһенең 6 айҙа 380 мең тирәһе табыш алыуын асыҡлаған. Шәпме? Йәнә сәскә үрсетмәһен таратыу, һарыҡ йөнөн тапшырып, арзан хаҡҡа быймалар алып, һатыу менән дә шөғөлләнергә була. Мораҙым тарлауығы эргәһендә берәй ҙур булмаған сауҙа нөктәһе лә асып ебәрһәң… Бына бит ялҡауланмаһаң, килем алыу юлдары әллә күпме.
Уҙған йылда Азат математика уҡытыусыһы Хәлиҙә Өпөлхаҡ ҡыҙы Зәйетова менән ошо темаға яҙған фәнни-тикшеренеү эше менән районда – I, республикала II урын алған. «Көнүҙәк тема һайлағанһың, бәләкәй саҡтан аҡса эшләй белеп үҫеүең һәйбәт», – тип бик маҡтағандар.
Теүәл фәндәрҙе үҙ иткән Азат математика олимпиадаһында призлы урындар ҙа яулай. Урыҫ теленән, физкультуранан да шәп икән үҙе. «Һәр яҡлап өлгөлө, бик тырыш, ышаныслы, төплө белемле егет», – тип мәктәп директоры Айгөл Әлмир ҡыҙы Килсенбаева ла маҡтап ҡына телгә ала. Бишенсенән фәнни эштәр яҙыу менән шөғөлләнгән егет – район хакимиәте стипендиаты ла. Йәш иҡтисадсыны баш ҡалалағы Рәсәй иҡтисад университетына уҡырға ла саҡырғандар.
Уҡыусы сағынан аҡса эшләү юлдарын белгән, уны әрәм-шәрәм итмәҫкә, дөрөҫ тотонорға өйрәнгән Азат киләсәктә лә юғалып ҡалмаҫ, үҙенең шәхси хужалығын да булдырып, эшен дә асып ебәрер әле. Шулай булһын да. Уға уңыштар теләйбеҙ.