Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы, 2004 йылда республикабыҙҙың бер төркөм журналистары Эстонияның Палдиски ҡалаһында, Рогервик нығытмаһында булғайны. Әле бына яңыраҡ милләттәштәребеҙ Салауат батыр һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндың эҙҙәре буйлап тағы ла юлға сыҡты.
Башҡортостан Кинематографтар союзының «Салауат юлдары буйлап» тигән проекты Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булып, уның етәксеһе Фәрит Ғәбитов, тарихи консультант, ғалим Мирас Иҙелбаев, режиссёр Таңсулпан Бураҡаева, сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева, композитор Урал Иҙелбаев, оператор Илсур Ишәев, директорҙар Гөлнур Ильясова һәм Гөлфиә Шәрипова, ҡурайсы Руслан Мөлөковтарҙан торған ижади төркөм Эстонияға китте. Уларҙың юлдары Минзәлә, Ҡазан, Чебоксар, Түбәнге Новгород, Владимир, Мәскәү, Тверь, Бөйөк Новгород, Псков, Тарту һәм Таллин ҡалалары аша үтә. Һәр туҡталышта халыҡ менән осрашып, сығыштар яһау, Салауат Юлаев тураһында фильмдар күрһәтеү, милли күргәҙмә ойоштороу ҡаралған. Сәйәхәт алдынан Салауат батырҙың тыуған ауылына барып, бер ус тупраҡ алдылар. Алла бирһә, 15 – 16 июндә Палдиски ҡалаһында буласаҡтар.
16 июндә – милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләү өсөн махсус рәүештә бында танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев та килеп етәсәк. Ә беҙ «Салауат юлдары буйлап» тигән документаль фильмдың төшөрөлөп бөтөүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.