-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Август 2018, 11:48

Һәр саҡ ярҙамға әҙер

Их, иң оҙон каникул тамамланыуға ла аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Йәйгелеккә алған пландарығыҙҙы үтәй алдығыҙмы, дуҫтар? Күптәр ялын файҙалы итеп, эш менән үткәрергә тырыша. Өфө районы Шамонин ауылында ла байтаҡ ундай уҡыусылар. Шуларҙың береһе Булат Хәмиҙуллин исемле малай менән таныштым әле. Ул VII синыфҡа күскән. Яҡшы уҡый. Инглиз теле түңәрәгенә һәм таэквондо секцияһына йөрөй. Яратҡан шөғөлдәре ифрат күп икән.

Их, иң оҙон каникул тамамланыуға ла аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Йәйгелеккә алған пландарығыҙҙы үтәй алдығыҙмы, дуҫтар? Күптәр ялын файҙалы итеп, эш менән үткәрергә тырыша. Өфө районы Шамонин ауылында ла байтаҡ ундай уҡыусылар. Шуларҙың береһе Булат Хәмиҙуллин исемле малай менән таныштым әле. Ул VII синыфҡа күскән. Яҡшы уҡый. Инглиз теле түңәрәгенә һәм таэквондо секцияһына йөрөй. Яратҡан шөғөлдәре ифрат күп икән.
– Мин әсәйемдән – тәбиғәтте яратыуҙы, атайымдан үҙ ҡулдарым менән нимәлер эшләү һәләтен алғанмын, – ти Булат. Әйткәндәй, әсәһе – биология фәндәре канди­даты, атаһы заводта етәксе урында эшләй.
– Зоология менән ҡыҙыҡһыныуым көслө. Әсәйем биолог булғас, мине аңлай, өйҙә төрлө йән эйәләре тотабыҙ. Ике ҡуяныбыҙ бар, тауыҡтар, алты балыҡ, тағы бишәүҙе алырға уйлайбыҙ, ике бесәй, хаски тоҡомло эт, тиҙҙән ал­йырҙаным да буласаҡ, – тип теҙеп алып китте малай. Улай ғына түгел, Булат ҡырмыҫҡалар ҙа тота әле.
– Бер кеҫәрткене өйҙә тотоп ҡарағайным, уны тәрбиәләүе еңел түгел, нисек ҡышлатыу тураһында уйларға кәрәк. Иреккә ебәрҙем инде. Әле урман һәм баҡса ҡырмыҫҡаларына террариум эшләп, улар­ҙы күҙәтәм. Йомортҡалары бар, тиҙҙән балалары сығасаҡ, – тип ихлас һөйләй.
Баҡсаларында нимә генә үҫтермәйҙәр! Алма, груша, абрикос, балан, борос һәм бик күп бүтән йәшелсә, емеш-еләк, хатта ҡарбуз да. Булатҡа биология уҡытыусыһы йәйгелеккә фәнни эш тә ҡушҡан. Үҫемлектәрҙән гербарий төҙөргә һәм улар тураһында мәғлүмәт йыйып, сығыш әҙерләргә кәрәк. Ә көҙ еткәс, конкурста ҡатнашасаҡ.
Үҙ ҡулдары менән төрлө әйберҙәр эшләргә әүәҫ ул.
– Нимәләр яһағаның бар? – тип ҡыҙыҡ­һынам.
– Яңыраҡ самолёт эшләгәйнем, күрше­ләге бәләкәс балаларға бүләк иттем. Әсәйемә картуф төйгөс яһап бирҙем, ике ту­ған һеңлемә ҡәләмдәр ҡуя торған һауыт эшләнем. Тағы ҡылыс менән ҡалҡан яһаным.
Булат йорт хайуандарын бик ярата. Улар­ға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Ауыл ерендә күптәрҙең эте, бесәйе бар бит. Йәй көндәрендә йыш ҡына оҙаҡҡа ял итергә йә сәйәхәткә сығып китергә ту­ра килә. Ә йорт хай­уан­дарын ҡайҙа ҡуйырға? Бына шул ваҡытта Булат ауылдаштарына ярҙамға килә лә инде. Мыраубай­ҙарҙы, йорт һаҡсыларын барып ҡарап, ашатып китә. Был турала үҫмер интернетта иғлан биргән һәм уға мөрәжәғәт итәләр. Сит кешеләргә эттәрен йөрөтөп килеү буйынса ла үҙ хеҙмә­тен күрһәтә. Әлбиттә, көнө­нә әҙ булһа ла аҡса­һын да түләйҙәр.
– Уға үҙемә гантель алдым, – ти Булат. Малай элекке аҡсаларҙан коллекция ла йыя икән. Йәнә балыҡ ҡармаҡларға ярата.
Һөйләшеүенән үк бик ет­ди, төплө егет икәне күренеп тора. Ана бит, ҡайһы бер үҫмерҙәр кеүек көнө буйы смартфонға йәки компьютерға текәлеп ултырмай. Кешеләргә лә, хайуандарға ла изгелек эшләргә тырыша, ата-әсәһенә яр­ҙам итә. Алдағы уҡыу йылында «биш­ле»гә генә уҡырға маҡсат алған. Таэквон­до буйынса ярыштарҙа ла ҡатнаша башларға иҫәп тота. Маладис, Булат! Уңыштар теләйбеҙ һиңә.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: