Ҡурай еләге ҡырҡынды ерҙәрҙә, урмандарҙа, төрлө ҡыуаҡлыҡтар араһында, йылға буйҙарында осрай. Күптәр үҙҙәренең баҡсаларында үҫтерә. Уны йыйыуы шул тиклем күңелле. Бер ҡыуаҡтан биҙрәңә бер устай еләк төшә, тиреүе тиҙ ҙә, рәхәт тә.
Ҡурай еләге йәйҙең һуңғы айҙарында ғына ныҡлап ҡыҙыл төҫкә инә башлай. Уның 70 – 90 процентын һыу тәшкил итә икән. Бигерәк тә С витаминына бай, иммунитетты күтәрә. Һалҡын тейгәндә лә ярҙам итә. Шулай уҡ киптерелгән япраҡтарын сәйгә һалып эсһәң дә шифалы. Ә ҡайнатмаһын яратмаған кеше бармы икән?
Элек өләсәйем ҡағыҙға йәки сепрәккә йәйеп кенә һалып, ҡаҡ ҡоя торғайны. Бәлеш бешергәндә, төрлө десерттар өсөн биҙәүес итеп тә ҡулланабыҙ. Табиптар ҙа организм өсөн ныҡ файҙалы, тип әйтә. Панкреатит, гастрит, шәкәр диабеты кеүек ауырыуҙар менән яфаланғанда ҡулланырға мөмкин. Беҙ еләкте иҙеп, шәкәргә бутап, ҡышҡылыҡҡа туңдырырға һалабыҙ. «Ошолай иткәндә уның витаминдары тағы ла күберәк һаҡлана», – ти әсәйем.
Белдегеҙме, ҡурай еләге тәмле генә түгел, файҙалы ла.
Бөрйән районы, Байназар ауылы.