-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Август 2018, 13:47

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа...

Иртәгә – 1 сентябрь, Белем көнө. Кесеһе лә, олоһо ла көтөп алған байрам ул. Әйҙәгеҙ, өл­кән апай, ағайҙарығыҙҙың I синыфҡа барған көндәре, мәктәптә ниндәй уҡыусы булыуҙары хаҡында һөйләгәндәрен тыңлап ҡарайыҡ әле. Бөгөнгө уңыштары тураһында ла беләйек.


Фәниҙә ИСХАҠОВА, яҙыу­сы:
– Мәктәпкә мин алты йәш тулғас та үҙемдән бер йәшкә ҙур апайыма эйәреп йөрөй башланым. Күрәhең, уҡырға теләгем шул тиклем көслө булған. Уҡытыусы бөтөнләй иғтибар итмәhә лә, башҡалар ыңғайына яҙырға-уҡыр­ға өйрәндем. Иртәнге сәғәт 6-нан уҡ тороп ултырам, Рәфилә апайым китеп өлгөрә алмай ҡала, эйәрәм дә сығам. Эйәртә инде, ҡайҙа барhын? Ярты йыл йөрөнөм шулай. Икенсе йылына үҙ тиңдәштәрем менән уҡырға барғанда «мәктәп стажым» ярайhы ғына ине.
Мәктәбебеҙ бәләкәй генә, ауыл да ҙур түгел. 1 сентябрь көнө I синыфҡа ялан сәскәләре тотоп барҙыҡ. Ябай ғына тантана үткәрҙеләр. Ләкин был көн минең өсөн үтә мөhим ваҡиға булды – ниhайәт, мәктәпкә йөрөй башланым! Ҡыҙҙарым Элина hәм Эльза икеhе лә данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһын тамамланы. Улар уҡыр­ға төшкәс, шау-шыулы мәктәп йәнә тормошомдоң ҙур бер өлөшөнә әүерелде. 1 сентябрь беҙ­ҙең өсөн hәр ваҡыт ҙур ваҡиға була торғайны. Эш-мәшәҡәттәр ҙә етерлек, әммә ул тантаналарҙа йыл hайын ҡатнашырға тырыштым.

Һәйбәт уҡыусы булғанмындыр, тип уйлайым. Дәрескә өйгә эште эшләмәй барғанымды иҫләмәйем. Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәп менән илке-hалҡыраҡ әҙерләнhәм, ни эшләптер ҡыйын була ине.

Уҡырға ынтылыш, моғайын, кешенең тәбиғәтенән киләлер. Мәктәп hәм университет йылдары артта тороп ҡалhа ла, мин үҙемде ғүмер буйы уҡыусы итеп тоям. Мәктәптә немец телен өйрәнгәйнек, үҙ аллы инглиз телен үҙләштерҙем. Инглизсә байтаҡ китаптар уҡып сыҡтым. Төрлө милләт кешеләренең йәшәү-көнкүреше хаҡында уларҙың үҙҙәренән ишетеүе бик ҡыҙыҡлы. Хәҙер мәктәп уҡыу­сыларына белем алыу мөмкинлектәре элеккегә ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ, киңерәк. Уҡыу­сыларҙың, ваҡытты бушҡа үткәрмәй, төплө белем алыу­ҙарын теләйем. Белемдә – көс!

Әлим ҠӘЙҮМОВ, Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы:

– Уҡырға төшкәндә бик бәләкәй буйлы инем, атай-әсәйем минең өсөн махсус мәктәп формаһы тектергән. Белем көнө һәр ваҡыт әһәмиәтле, сөнки уҡыу­сы, һуңынан студенттар булдыҡ. Хәҙер килеп балам – уҡыусы, Әминә ҡыҙым быйыл II синыфҡа бара. Кесе ҡы­ҙым Айлина әле балалар баҡсаһына йөрөй, шуға ҡарамаҫтан, беҙ 1 сентябрь көнө бөтә ғаилә менән Әминәне мәктәпкә оҙатып барабыҙ.

Уртаса уҡыған уҡыусы булдым, тыныс холоҡло инем. Мәктәп йылдарында үҙебеҙҙең стена гәзитенең рәссамы инем. Апайҙарым бер мәрәкә хәлде һөйләргә ярата: I синыфта линейкала уртаға сығып шиғыр һөйләргә ҡушҡандар, ә мин һүҙҙәрен онотҡанмын да ҡуй­ғанмын, байтаҡ ҡына ҡулдарымды һелтәп торғанмын. Уҡыу йылдары күңелле үтте, октябрят, пионер булдыҡ.

Мәктәп сыныҡтырҙы ла. Мин турникта күтәрелә алмай торғайным. Бер ваҡыт физкультура уҡытыусыһы ғәрләндерҙе – һин бит ил һаҡсыһы, егет кеше, тине. Уның һүҙҙәре сәмемә тей­ҙе, спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланым, 16 килограмлыҡ гер­ҙән башлап 32 килограмға тиклем күтәрә инем. Әле Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләйем. Әммә мин мәктәп йылдарында йырлап йөрөмәй инем, уҡып бөткәс кенә баҙнат иттем.

Гөлдәриә ЙОСОПОВА, тележурналист, Башҡорт­остандың атҡаҙан­ған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:

– Бөгөнгөләй хәтеремдә

Тәү мәктәпкә барыуым!

Уҡытыусымдың йылмайып

Мине ҡаршы алыуы!

Ҡасандыр тәүге тапҡыр мәктәп туп­һаһына аяҡ баҫыуым тураһында ошондай шиғыр яҙһам да (әйткәндәй, был шиғырым «Башҡорт­остан пионеры»нда ла сыҡ­ҡайны), һеҙҙең һорауҙы ишеткәс, аптырап ҡалдым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был көндөң бар нескәлектәрен иҫләмәйем икән. Шулай ҙа тәүге уҡытыусым, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Гөлсирә Сәмиғулла ҡыҙы Юлдашбаеваның баҫалҡы ғына йылмайып беҙҙе ҡаршылағаны онотолмай. Өҫтөмдә – ап-аҡ алъяпҡыс, ҡулы­ма баҡсабыҙҙа үҫкән астралар гөлләмәһен тот­ҡай­ным. Мәктәпкә уҡырға бар­ғас, үҙемдән ике-өс йәшкә кесе һеңлеләрем һәм күрше ҡыҙҙары алдында бик маһайып йөрөүемде иҫләйем. Мәктәптән ҡайтҡас, уларға, мин хәҙер уҡыусы, һеҙҙең менән уйнамайым инде, тип әйткәнем дә хәтерҙә. Мәктәптә бик тырышып уҡыным. Шулай ҙа хәрефтәрҙе таныһам да, уларҙы ҡушып уҡый алмай оҙаҡ ҡына ыҙаландым. Ә уҡытыусым, был бала иң артта ҡалған уҡыу­сы булыр, тип бошон­ған. Әммә уның һәм әсәйемдең тырышлығы менән бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңдек. Башланғыс синыфтарҙа ла, өлкән баҫҡыста ла мин һәр ваҡыт «бишле» билдәләренә өлгәштем. Мәктәпте тамамлағанда «Әҙәбиәт һәм математика буйынса айырым уңыштары өсөн» тигән Маҡтау ҡағыҙы бирҙеләр. Математика уҡытыусыһы мине теүәл фәндәр белгесе итеп күрергә теләһә лә, ижад юлын, журналистиканы, һайланым. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланым.

Белем көнөн әле лә бик көтөп алам. Өлкән улыбыҙҙы I синыф­ҡа уҡырға алып бар­ғанда бик тулҡынландыҡ. Иптәшем менән уны икебеҙ ике яҡтан етәкләп мәктәпкә юлландыҡ. Алмаздың уҡытыусыһы Руфина Александровна Кашина бик талантлы уҡытыусы ине. Ундай­ҙарҙы, Алланан яратылған, тиҙәр. Был педагогтың тәү күреүҙән улыбыҙҙың йөрәк түренән урын алыуына, шуға ла тырышып уҡыуына бик бәхетлебеҙ. Бынан ике йыл элек ағаһынан 19 йәшкә кесе Әмирҙе мәктәпкә алып барып, тағы ла I синыфҡа уҡыр­ға төштөк. Уға ла, беҙгә лә был белем усағы бик оҡшай. Ата-әсә булараҡ, синыф тормошонда ҡайнап йәшәргә тырышабыҙ, улыбыҙҙың уңыштарына шатланабыҙ. Үҙем журналистика өлкәһендә эшләгәс, Әмирҙең синыфташтарын үҙ һөнәрем менән таныштырам, экран йондоҙҙары, билдәле шәхестәр менән осрашыу­ҙар ойошторабыҙ. Буш ваҡыттарымда әҙәби ижад менән шөғөлләнәм, шиғырҙар, хикәйәләр яҙам. Улар араһында улдарым һәм үҙемдең cиныфташтарыма арналған әҫәрҙәр ҙә бар. Шуға ла үҙемде ниндәйҙер кимәлдә һаман да уҡыусы бала итеп тоям, тип әйтә алам. Мәктәп йылдары күңел түрендә ғүмерҙең иң матур осоро булып йәшәй килә. Белем көнөндә «Йәншишмә» уҡыусыларын ихлас тәбрикләйем, күркәм уңыштар, ижад илһамы теләйем.

Флүр ҒӘЛИМОВ, яҙыусы:

– 1966 йылдың 1 сентябрен бик яҡшы хәтерләйем. Ҡояшлы йылы көн ине. Беҙ, мәктәп алдына тантаналы линейкаға теҙелгәнбеҙ. Уҡытыусы ағай телмәр һөйләй. Ләкин мин уны ишетмәйем дә, сөнки сөм-ҡара сәсле, муйылдай ҡара күҙле бер матур ҡыҙыҡайға төбәлгәнмен дә бөтә донъямды онотҡаным. Шул мәлдә башымдан бер уй үтте: «Бигерәк матур ҡыҙыҡай, их, мине шул сибәркәй менән бер парта артына ултыртһындар ине!» Ни мөғжизәлер, теләгем ҡабул булды ла ҡуйҙы бит әй! Уҡытыусыбыҙ Земфира апай мине шул ҡыҙ янына ултыртты! Уның исеме Әлмира ине. Ләкин II синыфҡа уҡыр­ға төшкәс, бүтән ҡыҙыҡайға – Земфира исемле сибәркәйгә ғашиҡ булдым.

Мин алтынсыға тиклем яҡшы уҡыным. Ҡалаға күскәс, өлгәшеү хөртәйҙе, сөнки урыҫса белмәй инем. Аҙаҡ өйрәндем. Үҙемде, өлгөлө уҡыусы булдым, тип әйтә алмайым. Сөнки бик хыялланыусан инем. Белем көнө әле лә минең өсөн әһәмиәтле. Сөнки балаларымды уҡыттым һәм уҡытам. Быйыл берәүһе Х синыфҡа бара, икәүһе – университетҡа. Киләһе йыл, Аллаһ бойорһа, кинйә ҡыҙым I cиныфҡа төшә. Ә ижадҡа килгәндә, яңы ғына Мәскәү ҡалаһының «Художественная литература» нәшриәтендә «Покаяние над пропастью» тигән трилогиям донъя күрҙе. Мәскәүҙәге «Юность» журналы июнь айынан «Вкус запретного плода» тигән романымды баҫа башланы. Англияла ошо уҡ трилогиямды тәржемә итергә теләк белдерҙеләр, артабан китап итеп сығарырға тәҡдим иттеләр. Әле һөйләшеүҙәр бара.

Гүзәл ВИЛДАНОВА, философия фәндәре докторы:

– I синыфҡа барған 1 сентябрь байрамым иҫемдә ҡалмаған. Минең атай-әсәйем уҡытыусы булып эшләне, мәктәпкә йыш барып йөрөй тор­ғайным, бәлки, шуғалыр. Етмәһә, яҡын ғына йәшәнек. Еҙ ҡыңғырау сыңы, аҡ алъяпҡыс ҡанаттарын елпендереп, бәләкәс мәктәп менән ҙур мәктәп араһында баҫтырышмаҡ уйнау (беҙҙең Яңы Байрамғол ауылында иҫке ағас мәктәп ике бинанан тора ине, башланғыс синыфтар, ҙурҙар айырым уҡыны), ҡышҡыһын мәктәп сумкаһына ултырып мәктәп үренән шыуыу. Башлан­ғыс синыфтарҙан бигерәк тә ошолар иҫтә ҡалған.

Ғаиләбеҙ өсөн 1 сентябрь бик мөһим байрам ине. Тантаналы линейканан һуң атайым беҙҙе: өс ҡыҙын, әсәйемде ултыртып, ҡырға сыға тор­ғайныҡ. Яҡшы, алдынғы уҡыусы булдым. Белемде ныҡ тырышып үҙләштерҙем. Уҡытыусы балаһына, ғөмүмән, мәктәптә уҡыу еңел түгел, һәр ваҡыт башҡаларға үрнәк булырға кәрәк. Карталағы Урал йылғаһы, минең ауылым янынан ағып ятҡан Яйыҡ, тик уның исемен Екатерина батша үҙгәрткән икәнен белгәс, ғорурлығымдың сиге булманы. Шул иҫемдә ҡалған. Үҙемдең ғаиләмдә лә Белем көнө – байрам, сөнки бына инде 2001 йылдан алып ғаиләбеҙҙә кем дә бул­һа мәктәпкә бара! 2001 йылда Мәрйәм ҡыҙыбыҙ уҡырға төш­һә, быйыл кинйә улыбыҙ – Ильяс икенсегә күсте. Ирем менән икебеҙ ҙә юғары белем биреү өлкәһендә эшләгәс, 1 сентябрь эш башланыу, яңы студенттарҙы ҡаршы алыу менән бәйле. Шуға күрә был көн әле лә беҙҙең өсөн бер тантана, байрам.


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: