-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Август 2018, 14:10

Саҡыра мәктәп иле

Күгәрсен районындағы Мәҡсүт мәктәбенә беҙ ниндәйҙер бер тулҡынланыу ме­нән аяҡ баҫтыҡ. Ни тиһәң дә, ошо төбәктә ул алдынғы белем усаҡтарынан һанала. Бын­да уҡыу-уҡытыу эшендә яңы технологияларҙы үҙләштереүгә, белем биреү системаһын яҡ­шыртыуға, электән йәшәп килгән матур традицияларҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.

Беҙгә әйтеүҙәренсә, инновацион үҫеш юлын һайлаған база мәктәбенә балалар эргә-тирәләге тиҫтәгә яҡын ауылдан йөрөп уҡый. Шулай уҡ Үрге Һаҙ, Назаркин, Ерекле ауылдарында филиалдары ла эшләй. V синыфҡа инде ундағы балалар ҙа бында килә. Шуныһы яҡшы, күрше ауылдарҙан уҡыу­сы­ларҙы йөрөтөү өсөн мәктәптең бер түгел, ике автобусы бар. Шуға был йәһәттән ата-әсәләр­ҙең дә күңеле тыныс.

– Күреүегеҙсә, беҙҙең Мәҡсүттә башланғыс мәктәп айырым бинала урынлашҡан. Был кесе йәштәге балаларҙы туп­лаған педагогик коллектив өсөн бик тә уңайлы. Синыф бүлмәләре яҡты һәм йылы. Балалар­ҙы туҡландырыу өсөн үҙебеҙҙең ашхана ла бар, – тип һөйләй башланғыс синыфтар уҡытыу­сыһы Гүзәл Ишбулды ҡыҙы Сафина. – Был мәктәптә мин икенсе йыл уҡытам, элгәре Туйымбәттәге белем усағында эшләнем. Ундағы башланғыс мәктәп ябылғас, был педагогик коллективты тулыландырҙыҡ. Заманында үҙем урта белемде ошо Мәҡсүт ауылында алғайным, шуға бөгөн туған мәктәбемдә эшләп йөрөүемә бик тә шатмын.

Быйыл башланғыс мәктәпкә 75-тән ашыу бала уҡырға киләсәк. Шуларҙың 15-е белем йортона тәү башлап аяҡ баҫасаҡ. Юғары квалификациялы педагог, тиҫтә йылдан артығыраҡ башланғыс синыфтарҙан айырылмаған Гүзәл Сафина нәҡ кескәйҙәрҙе белем донъяһына алып инергә, тәүге көндә үк «Әлифба» китабын ҡулдарына тотторорға йыйына.

– Үҙем Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаһам да, башланғыс синыфтар менән эшләү нисектер минең булмышыма яҡын, – ти Гүзәл Ишбулды ҡыҙы. – Хәҙер яңы федераль стандарт буйынса эшләргә лә өйрәндек. Минеңсә, был – дөрөҫ аҙым, бөгөн балалар бит икенсе төрлө, улар үҙҙәрен иркенерәк һәм ҡыйыу тота. Белем биреүҙә яңы инновацион алымдарҙы киң ҡулланабыҙ. Беҙҙең ҡарамаҡта интерактив таҡта ҡуйылған бүлмә лә бар. Башланғыс мәктәбебеҙҙә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла йыһазландырылған. Кесе йәштәге балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Заман талап иткәнсә, сит телде үҙләштереүгә лә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ, уҡыусылар беҙҙә икенсе синыфтан инглиз телен өйрәнә башлай.

Беҙ уҡытыусылары янында быйыл беренсегә төшәсәк ике баланы – Радмир Ҡаҙбанов менән Айзилә Әминеваны тап иттек. Улар әсәләре менән 1 сентябрҙе лә көтмәйенсә мәктәп менән танышырға килгән. Һөйөклө улын етәкләгән Әлиә Ибраһим ҡыҙының шатлыҡ-ҡыуаныстары йөҙөнә үк сыҡҡан. Һөйөнөрлөк тә шул – ғаиләләрендәге тәүге балалары мәктәпкә барырға йыйына бит!

– 1 сентябрь алдынан үҙебеҙ ҙә ниндәйҙер тулҡынланыу кисерәбеҙ, – тине ул беҙгә. – Балалар баҡсаһына йөрөмәһә лә, Радмир минең ярҙамым менән әле үк уҡырға-яҙыр­ға өйрәнде. Уның математикаға ҡыҙыҡһыныуы тойола, алыу-ҡушыу ғәмәлдәрен яҡшы белә. Бөтә уҡыу кәрәк-яраҡтары тултырылған яңы портфеле лә күптән әҙер. Улыбыҙҙың һәләтле педагог Гүзәл Ишбулды ҡыҙының синыфына эләгеүенә ныҡ шатбыҙ. Сөнки ундай уҡытыу­сыны эҙләп табыуы ҡыйындыр, тип уйлайым.

Ә бына Айзиләнең әсәһе Гүзәлиә Хәбибрахман ҡыҙы мәктәп менән күптән таныш. Сөнки уларҙың оло балалары – улдары Алмас быйыл дүртенсегә уҡыр­ға бара.

– Хәҙер инде ҡыҙыбыҙ ҙа мәктәп йәшенә етте, – тип ҡыуа­ныс­тары менән уртаҡлашты ул. – Айзилә балалар баҡсаһының сығарылыш төркөмөндә яҡшы әҙерлек алды. 1 сентябрь көнөн түҙемһеҙлек менән көтә. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе яҙа ла белә. Һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ. Ике баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн булған аҡсаны йәлләмәнек. Беҙ тормош иптәшем менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәбеҙ. Әле кесе улыбыҙ Илназға – ике йәш, уны ла балалар баҡсаһына йөрөтә башланыҡ.

Бына шундай мөләйем, ихлас, ҡыҙыҡһыныусан бәләкәй балалар уҡыясаҡ үҙ һөнәренә мөкиббән киткән талантлы педагог Гүзәл Ишбулды ҡыҙы Сафинаның синыфында. Ул, ысын­лап та, хаҡлы: хәҙерге балалар тормош ағышын яҡшы тоя, шуға уларҙың ҡараштары ла киңерәк. Беҙ танышҡан Радмир менән Айзилә лә парта артына ултырмаҫ элек үк уҡыр­ға һәм яҙырға өйрәнгән, китап менән дуҫлашырға ла өлгөргән.

Белем көнө менән, ҡәҙерле балалар!

Миҙхәт ШӘРИПОВ.

Күгәрсен районы.
Читайте нас: