+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Сентябрь 2018, 16:38

Иң яҡшы мәктәптә

Бөрйән районының 35 мәктәбендә быйыл 335 бала I синыфҡа уҡырға килде. Шуларҙың 11-е Ғәлиәкбәр ауылының белем усағы тупһаһы аша тәүге тапҡыр атлап үтте. Уҡытыусылары Таңсулпан Ибраһим ҡыҙы Күлбаева балаларҙы ҡыуанып ҡаршы алды.

Бөрйән районының 35 мәктәбендә быйыл 335 бала I синыфҡа уҡырға килде. Шуларҙың 11-е Ғәлиәкбәр ауылының белем усағы тупһаһы аша тәүге тапҡыр атлап үтте. Уҡытыусылары Таңсулпан Ибраһим ҡыҙы Күлбаева балаларҙы ҡыуанып ҡаршы алды.
1 сентябрь көнө, уҡыусылар­ҙың шатлығын уртаҡлашҡандай, ҡояшлы һәм йылы булды. Ғәлиәкбәр мәктәбендә быйыл 81 бала белем ала. Байрам тантанаһын асып, директор Сания Сабир ҡыҙы Ишмөхәмәтова уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе Белем көнө менән ҡотлап, уҙған уҡыу йылы йом­ғаҡтарын барланы.
Маҡтанырлыҡ уңыштары күп ғәлиәкбәрҙәрҙең. Мәктәп айырыуса спорт буйынса дан алған. Ун йылдан ашыу һәр төрлө ярыштарҙа, спартакиадала гел беренселекте алып, күсмә кубок хужаһы булып киләләр. Волейбол, футбол, баскетбол, еңел атлетика, саңғы, шашкала алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Мәҫәлән, Әлфиә Иҫәнаманова капитанлығындағы волейбол командаһы ҡыҙҙары Гөлиә һәм Розалиә Ҡаһармановалар, Вилиә Юнысова, Йәнгүзәл Ишмөхәмәтова, Айгүзәл Йәнғәлина Хәйбуллала төбәк ярышында беренселекте яулаһа, республикала ауыл мәктәптәре ара­һында III урынға лайыҡ була.
Егеттәр ҙә һынатмай. Баскетболда, мини-футболда – I, волейболда II урын алғандар. Зиннәт һәм Хаммат Әминевтәр, Айнур һәм Әлфир, Рәшит Ғәбитовтар, Азат Әхмәтов, Арсен Әхтәмов, Азамат Ҡаһарманов, Азат Мөхәмәтов, Вилдан Аҫыл­ғужиндар – мәктәп ғорурлығы.
Яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса ла был мәктәп иң яҡшы белем усағы тип табыл­ған. Бында, әлбиттә, етәкселәре Сания Сабир ҡыҙы һәм уңған, берҙәм уҡытыусылар коллективының хеҙмәт емеше ҙур. Баҡса үҫтереү буйынса ла гел беренсе урын алып килә ғәлиәкбәрҙәр. Мәктәп тирә-яғы күҙ яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелгән. Йәшелсә-емештәре ҡыш буйы балаларға ашатыуҙан артып ҡалып, хатта йәйге лагерҙа ял итеүселәрҙе туҡландырырға ла етә. Һәр төрлө йәрминкәләр­ҙә – «Бал» фестивалендә, «Уңыш» байрамында ла һынатмай улар.
Эҙләнеү эштәре, ғилми тикшеренеүҙәр буйынса ла уҡыу­сылар алдынғылар рәтендә. Вилиә Юнысова туғыҙынсы синыфты гел «бишле» билдәләренә генә тамамлап, быйыл унынсыға Иҫке Собханғол мәктәбенә киткән. IX синыфтан Айгөл Бикишева, Айгүзәл Йәнғәлина, һигеҙенсенән Луиза Ғәбитова, алтынсынан Алтынай Йәнғәлина, Юлиә Бикбаева, бишенсенән Илнар Ишмөхәмәтовтар ҙа – уҡыу алдынғылары. Айтуған Әминев «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса районда Гран-при яулаған. Әле лә уға байрам тантанаһын Юлиә Бикбаева менән икәүләп алып барыуҙы ышанып тапшырғандар.
– Беҙҙең мәктәптең тағы бер матур йолаһы бар. Бал байрамында йыл һайын умартасылар­ҙың ҡабыҡтан эшләнгән йәйге өйөн йыһазлап ҡуябыҙ ҙа шунда ҡунаҡтарҙы фитосәй менән һыйлайбыҙ, – ти Сания Сабир ҡыҙы. – Шифалы үләндәрҙе матур итеп эшләнгән тоҡсайҙарға һалып, күстәнәс итеп бирәбеҙ, һатып та ебәрәбеҙ.
Экологик яҡтан таҙа ерҙән йыйылған боланут, йүкә сәскәһе, мәтрүшкә, гөлйемеш һәм башҡа үләндәрҙе яҙҙан башлап йыялар. Ҡарағат, ҡурай еләге, сейә яп­раҡтарына әллә ҡайҙа йөрөйһө лә түгел, мәктәп баҡсаһында ла, һәр кемдең ихатаһында ла үҫә. Тик уларҙың һәр ҡайһыһын йыйыу мәлен белергә кәрәк. Төрлө үләндәр ҡушып яһалған сәй­ҙәре лә, айырым-айырым тултырыл­ғандары ла бар. Мәҫәлән, берәүгә – йүкә сәскәһе, икенселәргә боланут кәрәк икән, рәхим ит, тоҡсайға ниндәй үлән туплан­ғаны яҙып ҡуйылған. Афариндан башҡа ни әйтәһең ғәлиәкбәрҙәргә! Дауа аяҡ аҫтында икәнен белә шул улар, эйелеп алырға һәм ҡуллана белергә генә кәрәк. Киләсәктә был эштәрен киңерәк йәйелдерергә уйлайҙар. Аҙ булһа ла мәктәпкә килем дә киләсәк бит.
Белем көнө менән ҡотларға Ғәлиәкбәр мәктәбенә төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар ҙа килгәйне. «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе, билдәле эшҡыуар Риф Иҫәнов, яҡташ яҙыусы, ошо мәктәпте тамамлаған Зөфәр Толомғужин, шағир һәм журналистар Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдиналар уҡыусылар менән бергә байрам тантанаһын уртаҡлашты.
– Бөгөнгө заманда өс телде белеү айырыуса мөһим, – тине Риф Шәрифрахман улы, – үҙеңдең туған башҡорт, милләт-ара аралашыу өсөн урыҫ телен һәм донъя кимәлендә эш алып барырға, сәфәр йөрөргә, артабан да белем алырға инглиз телен өйрәнеү мөһим. Әммә белемле булып та, әгәр һинең рухың юҡ икән, халҡың өсөн файҙа килтерә алмаясаҡһың. Үҙ туған телен белгән кешеләр генә рухлы булып үҫә.
Зөһрә Ҡотлогилдина апайҙары яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлап, башҡорт телендәге матбуғат баҫмаларына яҙылырға кәрәклеген әйтте, киләһе йыл өсөн сыҡҡан «Мәктәп календары»н һәм үҙенең китабын бүләк итте, уңыштар теләне. Ғәлиәкбәр ауылы мәсетенең имам-хатибы Самат Сәғитов та килгәйне байрам­ға. Ул I синыфҡа килгән малай­ҙарға түбәтәй кейҙерҙе, ҡыҙҙар­ға яулыҡ таратты.
– Иманлы, әҙәпле балалар булып үҫегеҙ, мәсеткә лә килегеҙ, доғалар тыңлағыҙ, үҙегеҙ ҙә өйрәнегеҙ, яҡшы уҡығыҙ, ата-әсәләрегеҙҙе ҡыуандырығыҙ, ҙур кешеләр булып үҫегеҙ, – тине.
I синыфҡа уҡырға килгән Наҙгөл Ишмөхәмәтованың атаһы Илдар Зәки улы кескәйҙәргә сәғәт бүләк итте.
– Синыф бүлмәгеҙҙә торған ошо сәғәт һеҙгә ваҡыт ҡәҙерен белергә иҫкәртеп торһон, ғүмерегеҙҙе бушҡа үткәрмәгеҙ, – тип уҡыуҙарында уңыштар теләне.
Һәм бына иң тулҡынландырғыс мәл етте. I синыфтан Гөлшат Ғәбитова менән туғыҙынсынан Айгүзәл Йәнғәлина быйылғы уҡыу йылына старт биреп, тәүге ҡыңғырауҙы яңғырата. Ҡул сабыуҙар һәм музыка аҫтында беренселәрҙе уҡытыусылары Таңсулпан Ибраһим ҡыҙы синыф бүлмәһенә әйҙәй. Улар өсөн бөгөн ғүмерҙәрендәге иң иҫтәлекле көн башланды.
Республика уҡыусылары өсөн тәүге дәрес – синыф сәғәте Баш­ҡортостандың 100 йыллығына арналды. Илһөйәрҙәр, телһөйәр­ҙәр булып үҫһен киләсәк йәш быуын.

З. ЯЛСЫҠАЕВА.

Бөрйән районы.


Читайте нас: