+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2018, 13:25

Ҡанаттары беҙҙә нығыған

Яңы уҡыу йылын уҡыусылар түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Оҙаҡ күрешмәгәс ни, ҡыҙҙар, малайҙар бер-береһен һағынышып та бөткән. Ана, йәйге хәтирәләре менән бүлешәләр, көлөшә-көлөшә һөйләшеп туя алмайҙар. Ә беренсегә килеүсе 20 бала белем усағына тулҡынланып ҡына аяҡ баҫты. Уларҙы уҡытыусылары Валентина Геннадьевна Хәкимйәнова ихлас ҡаршы алды.

Яңы уҡыу йылын уҡыусылар түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Оҙаҡ күрешмәгәс ни, ҡыҙҙар, малайҙар бер-береһен һағынышып та бөткән. Ана, йәйге хәтирәләре менән бүлешәләр, көлөшә-көлөшә һөйләшеп туя алмайҙар. Ә беренсегә килеүсе 20 бала белем усағына тулҡынланып ҡына аяҡ баҫты. Уларҙы уҡытыусылары Валентина Геннадьевна Хәкимйәнова ихлас ҡаршы алды.

Белем көнөндә мәктәп уҡыусылары өсөн икеләтә байрам булды. Сөнки Исмаил мәктәбенә ҡунаҡҡа оло йөрәкле, талантлы, моңло ауылдашыбыҙ, Башҡорт­остан һәм Татарстан Республикаларының халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙан­ған артисткаһы, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы Ғәзетдинова килде. Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, тигәнде хуплап, беҙ яҡташыбыҙҙың тормош һәм ижад юлына бағышланған осрашыу кисәһенә йыйылдыҡ. Уҡыусыларға Илһөйәр апайҙы күреү, яғымлы тауышын ишетеү, яҡындан аралаша алыу айырыуса ҡәҙерле.
Кисәбеҙ «Нәфисә» төркөмө башҡарыуында башҡорт бейеүе менән башланды. Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы байтаҡ йылдар элек ошо Исмаил мәктәбен тамамлаһа ла, мәктәп йылдарын хәтеренә төшөрөп, үҙенең иптәштәрен һағынып, бала саҡ йылдарынан бик ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләне. Ижадына һоҡланмаған кеше юҡтыр, беҙҙең яҡташ яҙыусыларыбыҙ ҙа уға арнап шиғырҙар яҙған. Уларҙы Аделина Ҡашҡарова, Динис Ғәфүров, Алмаз Ғимаҙуллин оҫта итеп яттан һөйләне. Ә инде артистка Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһынан монолог башҡарғас, зал­да булған уҡыу­сыларҙың, уҡытыусыларҙың күҙҙәре мөлдөрәмә йәшкә тулды.

«Сәхнә моңлоларҙы ярата, Илһөйәр Ғәзетдинова шундайҙарҙан. Иҗады ла йыр кеүек уның: эҙләнеү-табыуҙарҙан, еңеү һәм юғалтыуҙарҙан тора. Һанап китһәң, актрисаның сәхнә ғүмере уй-кисерештәргә, хис-тойғоларға бай икән. Ана шуларҙы ул үҙенең күңеле аша үткәреп, тамашасыларға мөлдөрәмә тулы көйө еткерә ала», – тип яҙҙы уның тураһында «Ағиҙел ҡыҙы. Илһөйәр Ғәзетдинова. Тормошо һәм ижады» тигән китаптың баш һүҙендә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов.

Илһөйәр Ғәзетдинова яҙған китап баш­ҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән. 12 бүлектән, 152 биттән торған йыйынтыҡ актрисаның 45 йыллыҡ ижад юлын һүрәтләй. Был турала ентекләп ауылыбыҙҙың китапханаһы мөдире Зинфира Нәжип ҡыҙы таныштырып үтте һәм уға бағышланған күргәҙмәһен тәҡдим итте. Ә инде тантаналы линейкала яратҡан актрисабыҙға «Данлы пионер» исеме бирелде.

Барлыҡ ауылдаштарыбыҙ исеменән уға мәктәп директоры Илшат Ғилемйән улы Синиғатов рәхмәтен белдерҙе. Илһөйәр апай ҙа буш ҡул менән килмәгәйне, белем усағына үҙенең китабын, ете томдан тор­ған «Башҡорт энциклопедияһы»н бүләк итте. Ә беҙ хөрмәтле Илһөйәр Ибраһим ҡыҙын ныҡлы сәләмәтлек, имен, мул тормош, яңы иҗади үрҙәр теләп, тағы ла осрашырбыҙ, күрешербеҙ, тип оҙатып ҡалдыҡ.

Лилиә ҠАШҠАРОВА,

уҡытыусы.
Дүртөйлө районы, Исмаил ауылы.
Читайте нас: