+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2018, 13:27

Башҡортостан да проектҡа ҡушылды

...Яңыраҡ юғары уҡыу йортон тамамлаған тарих уҡытыусыһы мәктәп музейында дүртенселәргә үҙҙәренең Псков ҡалаһының партизандары тураһында һөйләй. Кемдер уны йотлоғоп тыңлай, икенсе берәүҙәр ҡы­ҙыҡ­һынғанын тыштан ғына күр­һәтергә тырыша. Ә Оксана исем­ле ҡыҙ бөтөнләй ҡолаҡсындар аша музыка тыңлау менән мәш­ғүл һәм хатта тәьҫирләнеп, ҡушылып йырлап та ҡуя. Бөтәһе лә уға әйләнеп ҡарай, уҡытыусы дәрес аҙағында Оксанаға өҫтәмә эш бирә: музейға барырға ла Любовь Петровнаны күреп, партизан балалар тураһында док­лад әҙерләргә.

...Яңыраҡ юғары уҡыу йортон тамамлаған тарих уҡытыусыһы мәктәп музейында дүртенселәргә үҙҙәренең Псков ҡалаһының партизандары тураһында һөйләй. Кемдер уны йотлоғоп тыңлай, икенсе берәүҙәр ҡы­ҙыҡ­һынғанын тыштан ғына күр­һәтергә тырыша. Ә Оксана исем­ле ҡыҙ бөтөнләй ҡолаҡсындар аша музыка тыңлау менән мәш­ғүл һәм хатта тәьҫирләнеп, ҡушылып йырлап та ҡуя. Бөтәһе лә уға әйләнеп ҡарай, уҡытыусы дәрес аҙағында Оксанаға өҫтәмә эш бирә: музейға барырға ла Любовь Петровнаны күреп, партизан балалар тураһында док­лад әҙерләргә.

Любовь Золотарёва өлкән ғилми хеҙмәткәр икән. Өҫтәлендә ағастан яһалған иҫке бәүелсәкле ат тора.

– Һеҙ музейҙа иҫке уйынсыҡтар ҙа йыяһығыҙмы ни? – ти Оксана мыҫҡыллы ғына итеп.

– Ябай ғына түгел, бик үҙенсәлекле, мин уны «Герой өсөн уйынсыҡ ат» тип атаным. Ярай, был турала һуңынан һөйләшербеҙ. Һиңә материалдар табып килтергәнсе ошоно уҡый тор, юғиһә, күңелһеҙ булыр, – тип бер дәфтәр һона. Әммә ҡыҙ, үҙемдең шөғөлөм бар, тип ҡолаҡсындарына ымлай.

– Беләһеңме, мин олоғайҙым инде, күҙҙәрем насар күрә, ҡай­һы бер һүҙҙәрҙе уҡый алмайым, уларҙың аҫтарына һыҙҙым, шуларҙы таҙа ҡағыҙға күсереп яҙырһың, – тип хәйләләшә апай. Ҡыҙға ризалашырға тура килә һәм уҡый башлай. Ә унда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында партизандарға ярҙам итергә тырышып, күп михнәттәр күргән яҡташының, Федя Белозёров исемле бер малайҙың, яҙмалары икән. Немецтар араһында йөрөп, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, партизандар өсөн мәғлүмәт йыйыуы тураһында, нимәләр кисереүе, ниндәй ауырлыҡтар күреүе тураһында ентекләп яҙған. Дошманға берәй нәмә һөйләп ҡуйыуҙан ҡурҡып, ул хатта телһеҙ булып ҡыланыр өсөн телен ныҡ тешләп яралай һәм бик оҙаҡ һөйләшә алмай. Ә тейешле мәғлүмәтте – нисә һалдат, офицер, пулемёт, мотоцикл, машина барлығын партизандарға еткерер өсөн ятлап ала. Бәләкәй генә малай Тыуған ил алдындағы бурысын шулай үтәй.

Ҡыҫҡаһы, дуҫтар, был фильм­ды үҙ күҙҙәрегеҙ менән ҡараһағыҙ, һеҙҙең тарихҡа ҡарата мөнәсәбәтегеҙ ҡырҡа үҙгәрәсәк. «Герой өсөн уйынсыҡ ат» тип атала ул, Псков ҡалаһында төшөрөлгән. Беҙгә уны «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» Бөтә Рәсәй проектының исем туйында күрһәттеләр. Күптәр тәьҫирләнеп, күҙ йәштәре аша ҡараны. Әйткәндәй, Оксананың тарих дәресенә ҡарата мөнәсәбәте генә түгел, үҙе лә үҙгәрә.

Хәйер, ошо һәм тағы бик күп фильмдарҙы ҡарау мөмкинлеге һеҙгә лә биреләсәк, уҡыусылар. Сөнки беҙҙең Башҡортостан да проектҡа ҡушыла. Республика башлығы ла быны хуплауын белдергән. Үткән аҙнала Санкт-Петербургтан проекттың етәксеһе Виктор Меркулов һәм сценарист, режиссёр Елена Дубровская баш ҡалаға килеп, үҙҙәренең эше менән таныштырҙы. Беҙҙең республикала «Рәсәй мәктәптәрендә – кинодәрестәр» проектын тормошҡа ашырыу буйынса башҡарыусы продюсер Азамат Тимерғазин буласаҡ. Нимәһе менән айырылып тора һуң был сара? Киноны төшөрөүҙә һәр уҡыусы үҙ өлөшөн индерә, тимәк, сопродюсер була ала, тиһәң дә ярай. Нисекме? Cөнки фильм уҡыу­сылар йыйып тапшырған иҫке ҡағыҙҙар аҡсаһына төшөрөлә. Йәғни тәүҙә мәктәптәрҙә «Киноэкология» тигән хәйриә акцияһы иғлан ителә. Әлбиттә, проектта ҡатнашыу өсөн белем усағы етәкселеге ғариза бирергә, килешеү төҙөргә тейеш. Шунан инде иҫке ҡағыҙ йыйыу көндәре билдәләнәсәк.

– Ил буйынса 2015 йылдан алып бөтәһе 19 фильм төшөрөлгән дә инде. Проектты ойош­тороусылар 5 йылда илдең төрлө төбәктәрендә төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн 100 ҡыҫҡа метражлы кино төшөрөргә уйлай. Һәр синыф ай һайын – бер фильм, мәктәпте тамамлағанда бөтәһен дә ҡарап сығырға тейеш. Картина герой­ҙары – бөгөнгө уҡыусылар. Ролдәрҙе башҡарыусылар ҙа – улар үҙҙәре һәм, әлбиттә, төбәктең профессиональ актёр­ҙары. Проекттың маҡсаты – фильм­дағы ваҡиғалар аша балалар­ҙа изгелек, ғәҙеллек, яуап­лы­лыҡ, ярҙамсыллыҡ, намыҫлылыҡ, батырлыҡ, кешелеклелек кеүек сифаттар тәрбиәләү. Ысынлап та, ҡыҫҡа метражлы был киноларҙы тыныс ҡына ҡарап булмай, герой менән бергә йәшәйһең, ул кисергәндәрҙе күңелең аша үткәрәһең, күптәр­ҙең күҙҙәренән йәштәр ҡойола ғына... Тәрбиә көсөнә эйә был фильмдар! Шуныһы ла иғтибар­ға лайыҡ: һәр картина буйынса методик ҡулланмалар ҙа яҙыла. Белгегеҙ килһә, синыф сәғәте йәки тәрбиәүи сара өсөн тулы материал әҙер тигән һүҙ. Уҡыу­сылар бергәләп кино ҡарай, уның буйынса әңгәмә үткәрелә һәм темаға ярашлы берәй матур эш башҡарыла.

– Тиҙҙән беҙҙең Башҡорт­останда ла кино төшөрөләсәк. Сценарий ҙа үҙебеҙҙә яҙыласаҡ. Салауат Юлаев, Муса Гәрәев, башҡорт балы, ҡурай – беҙҙә Рәсәй уҡыусыларына ғорурланып һөйләрлек нәмәләр бик күп! Йәш актёрҙар кастинг буйынса һайлап алынасаҡ. Март айына фильм әҙер буласаҡ, – ти проектты ойоштороу­сылар. «Башҡортостан – Рәсәй уҡыусыларына» тигән дөйөм баш менән сығасаҡ ул. Шунан инде фильмды Рәсәй мәктәптәрендә ҡараясаҡтар. Әйткәндәй, проектты тормошҡа ашырыуҙа үҙ өлөштәрен индергән белем усаҡтары бөтә әҙер фильмдарҙы бушлай аласаҡ.

Ҡәҙерле дуҫтар, ә һеҙ «Киноэкология» проектына ҡушы­лыр­ға әҙерме?

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: