+20 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 16:07
Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!
Быйыл да «Сәләмәтлек көнө» тип исемләнгән спорт байрамын һағынып көтөп алдыҡ. Шулай булмай, ошо көндө малай, ҡыҙҙар ярышып, көс һынашып ҡына ҡалмай, ә яҡындан үҙ-ара аралаша, дуҫлаша. Яңы уҡырға килгән VI һәм X синыф уҡыусылары өсөн дә әһәмиәтле – улар берҙәмлектең ни икәнлегенә төшөнә. Йыл да ойошторолоп, матур йолаға әйләнгән сара был юлы туристик слёт формаһында уҙыуы менән ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та ине.
Бөтәбеҙҙең дә теләген аңлағандай, һауа торошо ла йылы ҡояш нурҙары менән ҡыуандырҙы. Тантана Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының гимндары менән башланып китте. Байрам флагын күтәреү хоҡуғы ҡала буйынса спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан IX «А» синыфы уҡыусыһы Радмир Ҡужинға бирелде.
Артабан командалар билдәле маршрут буйынса стартҡа баҫты. Малай, ҡыҙҙар үҙҙәренең йылғырлығын, етеҙлеген, мәргәнлеген төрлө яҡлап күрһәтте. Үргә күтәрелеп, кире аҫҡа ла төштөләр, йылға аша һалынған бүрәнә буйлап та үттеләр, параллель бауҙар ҡуйылған ярышта ҡатнаштылар. Иң мәргәндәре иһә пневматик мылтыҡта үҙҙәренең оҫталығын һынаны. Тағы ла шуныһы: уҡыусыларға өйгә эш тә бирелгәйне, йәғни туристик йыр башҡарырға кәрәк ине. Был йәһәттән дә юғалып ҡалманылар. «Балыҡсы йорто» тип аталған урын рухлы ла, дәртле лә йырҙарҙан яңғырап торҙо.
– Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән сара балаларҙың күңелендә сәләмәт тормошҡа һөйөү уятыу менән бер рәттән, берҙәмлек тә, сәм дә, дәрт тә тәрбиәләй. Шуныһы ҡыуаныслы: белем усағында 25-тән ашыу түңәрәк эшләп килә. Футбол, волейбол, баскетбол, милли көрәш, уҡтан атыу секцияларына уҡыусыларҙың теләп йөрөүҙәре һөйөндөрә, – тине үҙенең сығышында директорыбыҙ Роза Бикбова.
– Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы бара, – тип белдерҙе альпинизм буйынса СССР чемпионы, ярыштың баш судьяһы, туғыҙынсыларҙың етәксеһе Фәрит Харрасов. – Шуға күрә малайҙар менән ойоштороу эшен үҙ өҫтөбөҙгә алырға булдыҡ. Бер нисә көн алдан килеп, ярыш этаптарының урындарын әҙерләнек, маршрут билдәләнек.
Кемдәр еңеүсе булды, тиһегеҙме? VI – VIII cиныфтар араһында VIII «А»ның малайҙарына етеүселәр булманы. Ә IX – XI синыфтар төркөмөндә иһә беренселекте IX «В»лар бирмәне.
Сара һуңында һәр ҡатнашыусы Роза Хаммат ҡыҙы ҡулынан туңдырмалар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары алып һөйөндө. Көндәрен тик файҙаға уҙғарып, яҡшы кәйеф менән таралышты барыһы ла.
Айгизә ӘБДИСОВА,
«Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге ағзаһы.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?