-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 14:26

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Хеҙмәт кенәгәңдә бер генә яҙыу булып, бер урында ҡырҡ йыл эшләү бәхете һәр кемгә лә эләкмәй. Баш ҡалабыҙҙағы 20-се башҡорт гимназияһында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы Илһамова – ана шундайҙарҙың береһе.



– Мин Белорет районының Инйәр буйында ултырған йәмле Берештамаҡ ауылында тыуып үҫкәнмен, – тип башланы һүҙен тәжрибәле уҡытыусы. – Ғаиләлә алты бала тәрбиәләндек. Барыбыҙ ҙа һәйбәт уҡыныҡ, юғары белем алдыҡ. Атайым менән әсәйем мине һәр ваҡыт уҡытыусы итеп күргеһе килде. Ул ваҡытта ауылда уҡытыусы менән табиптан башҡа һөнәрҙе белмәйҙәр ҙә ине, буғай. Улар­ға һәр ваҡыт оло ихтирам менән ҡараны­лар, иң абруйлы кеше булдылар. Бө­гөн мин уҡытыусы хеҙмәтенә хөрмәт тәрбиәләгәндәре өсөн атай-әсәйемә шул тиклем рәхмәтлемен һәм үҙемде ошо һөнәрҙә тап­ҡанмындыр, тип уйлайым.
Ғаиләбеҙҙә тағы ла ике кеше – Тәғзимә апайым менән Тәнзилә һеңлем дә ошо юлды һайланы һәм беребеҙ ҙә үкенмәнек. Өлкәнерәк синыфҡа еткәс, уҡытыусыларыма ҡарата ихтирамым нығыраҡ артты һәм улар­ға ниндәй­ҙер бер илаһи зат итеп ҡарай башланым. Бигерәк тә Флүрә апай Ялалова, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлимә апай Илһамоваларҙың дәрестәрен йотлоғоп тыңлай инем. Их, улар һымаҡ мәктәптә балалар менән эшләһәң ине, тип хыялландым. Ғөмүмән, беҙҙең Берештамаҡ ауылында үҙ эшен белгән, ярат­ҡан уҡытыу­сылар эшләне. Директорыбыҙ Хәлит Ишбирҙе улы Ғарипов шул тиклем һәй­бәт кеше булды.

Берештамаҡта һигеҙ йыллыҡ мәктәп ине. Уны тамамлап, артабан уҡыуымды Инйәрҙә да­уам иттем. Бында ла көслө уҡытыу­сылар эшләне. Мәктәпте һәйбәт тамамлап, Баш­ҡорт дәүләт педагогия институтына, филология факультетының урыҫ теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға индем. Унан һуң хеҙмәт юлымды Өфөләге данлыҡлы 20-се мәктәптә башланым. Ике йыл практика үткәс, директор урынбаҫары, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Клара Хөрмәт ҡыҙы миңә ошонда ҡалырға кәңәш итте. Теләк, әлбиттә, ҙур, баш ҡалала, үҙебеҙ­ҙең башҡорт мәктәбендә рәхәтләнеп, йөҙөп йөрөп эшләргә мөмкин бит. Тик директор нимә тип әйтер? Ул ваҡытта мәктәпте Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов етәкләгән ваҡыт. «Һынау менән алабыҙ, үҙеңде күрһәтә алһаң, ҡалырһың», – тине. Мәктәптә урыҫ теле уҡытыусылары етерлек ине, шуға тәрбиәсе булып урынлаштым. Оҙайтылған көн төркөмөндә етенсе синыф­ҡа тиклем ҡа­лыу мотлаҡ була торғайны. Беҙ 15-ләгән тәрбиәсе инек. Тырышып, эшемде яратып баш­ҡарҙым. Дүрт йыл тигәндә үҙемдең фәнемдән уҡыта башланым.

Быйыл эшкә килеүемә – 40 йыл. Ошо ваҡыт эсендә унлап директор алышынды. Һәр береһе менән татыу булдыҡ. Коллектив һәйбәт, мәктәп ал­дын­ғыларҙан һаналды. Шуның өсөн дә һәр ваҡыт күҙ уңында, иғтибар үҙәгендә тор­ҙоҡ. Балалар беҙҙә иҫ китмәле тәрбиәле, тәртипле. Улар менән эшләүе лә еңел. Атай-әсәйҙәр һәр яҡтан ярҙам итеп, беҙгә терәк булды. Был мәктәптә насар уҡытыу мөмкин түгел.

Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы, оҙаҡ йылдар профком рәйесе булараҡ, мәктәптә эшләп киткән бөтә ветерандарҙы ла белә. Өлкән йәштәгеләр көнөндә йыл һайын осрашыу ойоштора. Әлеге ваҡытта ул ниндәйҙер кимәлдә быуындар сылбырын тоташтырыусы ла булып тора. Олоғайып, был донъянан китеүсе элекке хеҙмәттәштәрен һуңғы юлға оҙатырға бармай ҡалғаны юҡ кешелекле, кеселекле уҡытыусының. Шулай уҡ, урыҫ теле уҡытыусыһы булараҡ, 25 йыл үҙҙәренең методик берләшмәһенең рәйесе булып та тора ул. Бөтә был вазифалар оло яуаплылыҡ, кеше менән уртаҡ тел табып эшләүҙе талап итә. Ә был Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙының ҡулынан килә торған эш. Әлеге көндә компьютер­ҙы ла һәйбәт үҙләштергән. Дәрестәрҙә төрлө яңы алымдар ҡулланырға тырыша. Эшләйһең икән, заман менән бергә атлар­ға кәрәк, ти уҡытыу­сы.

2010 йылда, бынан һигеҙ йыл элек, Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы хаҡлы ялға сыға. Үҙ эшенең бөтә нескәлектәренә төшөнөп бөткән, әле энергияһы ташып тор­ған уҡытыусы өйҙә ултырыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Балалар менән эшләгәнгәлер инде, йәш ырап ултырһа ла, күңел йәш, ти ул үҙе лә.

Эйе, тик ултырырға яратмай уҡытыусы. Тормош девизы ла – «Хәрәкәттә – бәрәкәт». Спорт менән даими шөғөлләнә. Йөҙөргә йөрөй, тормош иптәше менән бергәләп йүгерәләр, скандинавса атлап йөрөүҙе лә онот­май­ҙар. Баҡсаларында нимә генә үҫтермәй улар?! Барыһына өлгөрә уңған хужабикә. Хәрәкәт бөтә ауырыу-­һыҙла­ныу­ҙарҙан ҡотҡара ла инде, күңелеңде һалып баш­ҡарһаң, бер ауырлыҡ та һиҙелмәй, арымайһың да, ти ул.

Рәүфә Илһамова – етенсе­ләрҙең синыф етәксеһе лә әле. Ә уларҙың эше бик күп. Һәр бер бала өсөн яуаплыһың. Ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел табып, һөйләшә белергә кәрәк.

– Улар менән осрашһам, бөтә донъям­ды онотам, – ти уҡытыу­сы. – Уҡыу­сыларымды шул тиклем яратам. Ике йыл элек ун беренселәремде сығарғас, баш­ҡаса синыф алмам инде, тип уйлағайным. Тағы ла тәҡдим иттеләр. Ризалаштым. Ысынлап та, улар­һыҙ ҡыйын булыр ине. Беҙ һәр ваҡыт балалар, атай-әсәйҙәр менән бергә матур-матур саралар ойошторабыҙ, Башҡорт­ос­тан­ды тотош урап сыҡҡанбыҙҙыр. Ирәмәлгә, Торатауға, Яҡтыкүлгә, Шүлгән­таш­ҡа, Мораҙымға, Атышҡа, Асылыкүлгә бар­ҙыҡ. Хатта йылына икешәр тапҡыр сыға тор­ғайныҡ. Сығарылыш уҡыусыларым һәр ваҡыт 100 про­цент менән юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Йыш ҡы­на килеп хәлде белеп торалар. Ә уҡытыусы өсөн был – иң ҙур баһа.

Тормош иптәше Рәмил Нуретдин улы – химия фәндәре докторы. Үҙенең дә ата-әсәһе уҡытыусы булғас, ҡатынының эшенә һәр ваҡыт аңлап ҡарай, һәр яҡлап терәк булырға тырыша. Ике ул үҫтерәләр. Өлкәндәре Шамил башта ошо 20-се гимназияла уҡый, аҙаҡ төрөк лицейында белем ала. Хәҙер үҙе өс балаға атай. Әле ике ҡыҙы ла ошонда уҡый. Биш йәшлек улдары бала­лар баҡса­һына йөрөй. Камил да 20-се гим­назияны тамамлаған. Ғаиләһе бар. Кәрим тигән ул үҫтерәләр. Шулай итеп, Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы – дүрт ейән-ейәнсәргә өләсәй. Әле уларға ярҙам итеп, терәк булып йәшәй.

Наградалары ла байтаҡ уҡытыусының. Рәсәй, республика бәйгеләрендә көсөн һынап, күп тапҡырҙар призлы урындар яулаған. 2007 йылда Бөтә Рәсәй буйынса иғлан ителгән «Рәсәй­ҙә урыҫ теле буйынса иң яҡшы уҡытыусы» тигән конкурста ҡатнашып, еңеүсе булған. Баш­ҡорт­остандың мәғариф алдын­ғыһы, атҡа­ҙанған уҡытыусы­һы тигән маҡтаулы исемдәр ал­ған. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте инде.

Ә беҙ иһә Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы Илһамованы етеп килгән һөнәри байрамы һәм Өлкән йәштәгеләр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, эшендә уңыштар һәм һәр ваҡыт шулай йәш күңелле, йәштәргә өлгө булып ҡалыуын теләйбеҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Читайте нас: