+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Сентябрь 2018, 16:46

Гөрләп үтте йәрминкә

Дәртле көйҙәр яңғырай, мәктәп алды шау-гөр килеп тора. Кемдер тәмлекәстәр бешереп алып килгән, ә икенселәре ҡайнатма, компот, емеш-еләк тәҡдим итә. Өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ: тоҙланған бәшмәк, балыҡ, ҡыҙҙырылған көнбағыш, гөл үҫентеләре, татлы бал... Ниндәй баҙар икән был, тиһегеҙме? Әб­делмәмбәт мәктәбендә көҙгө йәрминкә үтте.

Бер-ике сәғәткә уҡыусылар үҙҙәрен ысын сауҙагәр итеп той­ҙо. Һәр кем үҙ тауарын һатырға, табыш алыр­ға тырышты. Хатта I си­ныф уҡыу­сылары ла һынатманы. Күптән түгел генә белем усағына аяҡ баҫыу­ҙарына ҡа­рамаҫтан, өлкән апай, ағайҙары менән бер рәттән, йәрминкәлә әүҙем ҡатнаштылар. Кемдәрҙер үҙенә кәрәк әйберҙе ала, һатыу­лаша, икенселәр һата. Шул арала бер нисә уҡыусы менән яҡындан аралашырға өлгөр­ҙөм.

Гүзәл Сәйфетдинова, V синыф уҡыусыһы:

– Синыфыбыҙ бик дуҫ, берҙәм. Һәр сараға күмәкләп әҙерләнәбеҙ, шуға ла уңышҡа ирешәбеҙ. Күптән түгел генә «Сәскәләр байрамы»нда ҡатнашып, өсөнсө урын алғайныҡ. Бөгөн йәрминкәлә лә һынатмаҫҡа ине. Әҙерләгән өҫтәлебеҙ тәмлекәстәр, емеш-еләктәр менән тулып, балҡып тора. Мин бөгөн һатып алыусыларға баҡса еләгенең үҙенсәлекле төрөн тәҡдим итәм. Йәмле йәй артта ҡалһа ла, бешеп, ҡыҙарып ултыралар. Улар өләсәйемдең баҡсаһында үҫә.

Был алсаҡ ҡыҙ тиҙ арала еләктәрен һатып та бөттө. Гүзәлдең синыфташы Лиана Мәхмүтова иһә йәрминкәгә баллы сәксәк һәм көртмәле алып килгән.

– Йәй көнө атайым, әсәйем, Алина апайым менән урманға емеш-еләк йыйырға күп йөрөнөк. Үҙебеҙгә ҡайнатмалар әҙерләнек. Бер өлөшөн һаҡлап һалып ҡуйғайныҡ. Бөгөн уны һатыуға тәҡдим итергә булдым. Көртмәле тәмле генә түгел, бик файҙалы ла. Ә сәксәкте әсәйем менән икәүләп бешерҙек, – тип йылмая Лиана.

«Себеште көҙ һанайҙар», – тиҙәр бит. Был миҙгел йәшелсәгә, емеш-еләккә бай. Кешеләр баҡсаларынан уңыш алып ҡыуана. Ә уның менән бүлешеү, өҫтәүенә, табыш алыу икеләтә шатлыҡлы. Быны бик яҡшы аңлай­ҙар Әбделмәмбәттә. Йәрминкә уҡыусыларҙы аҡса менән эш итергә өйрәтә. Үҙ хеҙмәтең менән тапҡан килем икеләтә ҡәҙерле. Шулай бит, дуҫтар?

Нурзилә УСМАНОВА,

БДУ студенткаһы.

Бөрйән районы.
Читайте нас: