+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2018, 13:26

Мин – уҡытыусылар нәҫеленән!

Уҡытыусы! Халыҡ элек-электән был һөнәр эйәһенә оло хөрмәт менән ҡараған. Улар иңдәренә төшкән бурысты күңел һалып, намыҫ менән башҡара. Мин быны ышаныс менән әйтә һәм дәлилләй алам, сөнки үҙем педагогтар ғаиләһендә тәрбиәләнәм. Олатайым, уның әсәһе, ул үҙе, әсәйем – һәр береһе һөнәрен яратҡан, уға яуаплы ҡара­ған ябай ауыл уҡытыусылары. Өсөһөнөң эш стажын ҡушһаң – 85 йыл.

Ҡарт өләсәйем Мәхмүзә Хисмәтуллина 1928 йылда Теләпән ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ул етенсене тамамлаған йылды Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған өләсәйем, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылындағы педагогия училищеһына уҡырға инә. 1946 йылда уны тамамлап, хеҙмәт юлын Дөмәй мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып башлай. Ул йәшәгән һәм эшләгән осор илебеҙҙең иң ҡатмарлы, тормоштоң бик ауыр сағына тура килә.
1947 йылда Ғатаулла Хәбибуллин менән ғаилә ҡороп, Үрмәт мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә. Төн урталары еткәнсе дәфтәрҙәр тикшереп, алдағы дәрескә әҙерләнеп, пландар төҙөп, киләсәк быуынға аң-белем биреү өсөн бар тырышлығын һала өләсәйем. Намыҫлы хеҙмәте өсөн «Халыҡ мәғарифы отличнигы», «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Ете балаһын уҡытып, кеше иткән, беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен, тәрбиәләүгә лә күп көс һалған, яҡшыны ямандан айырырға, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәткән кеше бит ул.
Бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, ҡарт өләсәйемдең һөйләгәндәре бөгөнгөләй хәтеремдә. «Ауыр һуғыш йылдарынан һуң аслы-туҡлы төрлө йәштәге балалар бер синыф бүлмәһендә уҡыны. Яҙырға ҡағыҙ юҡ, иҫке, һарғайып бөткән гәзит киҫәктәренә ҡара менән яҙып ултырабыҙ. Ҡулға буялған ҡараны йыуам тиһәң, һабын юҡ. Хәҙер бөтә нәмә бар. Тырышып уҡырға, тәрбиәле булырға ғына кәрәк, йәшәүҙең асылы – ғилемдә», – тип өйрәтә ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Ә шулай ҙа өлгөлө тормош юлы һәр ваҡыт күҙ алдыбыҙҙа, файҙалы кәңәштәрен бер ҡасан да онотмай­быҙ. Ҡарт өләсәйемдең изге эшен уның улы, минең олатайым Рә­сүл Хәбибуллин, дауам итә. Ул 1980 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын уңышлы тамамлап, Үрмәт мәктәбендә директор вазифаһында хеҙмәт юлын башлай һәм 25 йыл уны намыҫ менән башҡара. Педагогия өлкәһендәге дөйөм стажы – 35 йыл. Күп һанлы Почёт грамоталары менән бүләкләнә олатайым. Ә әсәйем – Гөлнара Рәсүл ҡыҙы – уҡытыусы динас­тияһының өсөнсө быуын вәкиле. Ул 15 йыл мәктәбебеҙҙә башлан­ғыс синыфтарға белем бирә. Үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, балалар­ҙы яратыуы, кешелекле булыуы менән ҙур ихтирамға лайыҡ. Әсәйемдең фекеренсә, уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙә шәхси өлгө күрһәтеү ҙур роль уйнай. «Һәр бала бәлә­кәй­ҙән уҡытыусыһына оҡшарға теләй. Шуға күрә уның йөҙө лә матур, уйҙары ла яҡты булырға тейеш», – ти ул. Әйтергә кәрәк, һәр дәресе файҙалы, мауыҡтыр­ғыс, йәнле үтә.
Атайым Илнур Мәҡлүс улы 22 йыл физкультуранан уҡыта. Икеһе лә бер өлкәлә эшләгәс, уртаға һалып һөйләшерҙәй ур­таҡ проблемалары, маҡсаттары, шат­лыҡтары етерлек.
Мин дә киләсәктә уҡытыусы булырға, яҡындарымдың эшен дауам итергә хыялланам.

Илнара ҠАҘРАЕВА, VIII синыф уҡыусыһы.

Илеш районы, Үрмәт мәктәбе.
Читайте нас: