– Хәсибә инәй хәҙер мәрхүмә инде. Минең күңелемдә уның тураһында тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлана, – ти Мәүлиҙә. – Ҡайһы саҡта инәйҙе ныҡ йонсотоп та алғанбыҙҙыр инде, ул диванға менеп ятыр ҙа: «Мин – Айыухан», – тип беҙҙең уйнағанды күҙәтер ине.
Балалар баҡсаһына йөрөгән мәлендә Мәүлиҙә үҙе төшөргән һүрәттәре өсөн Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Быға ул шул тиклем шатлана. Балаларының һәләтен бар яҡлап асырға һәм үҫтерергә тырышҡан ата-әсәһе икенсе синыфта уҡыған сағында ҡыҙҙарын Баймаҡтағы Ғата Сөләймәнов исемендәге һынлы сәнғәт мәктәбенә алып бара. Дәрестәр аҙнаһына өс тапҡыр үткәрелә. Зөлфирә һеңлеһе бейеүгә яҙыла. Былтыр бар яҡлап тырыш Мәүлиҙә сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамлау тураһында танытма ала.
Әле ҡыҙ Ярат мәктәбенең VII синыфында тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Йәш рәссамдың төшөргән һүрәттәре белем усағында уҙғарылған сараларҙы биҙәй, йыһазлау буйынса ла ярҙам итә, картиналары төрлө күргәҙмәләргә ҡуйыла, ярыштарҙа һәр саҡ призлы урын ала.
Һынлы сәнғәтте бала саҡтан үҙ иткән ҡыҙ бигерәк тә хайуандарҙы ярата, шуға күрә һүрәттәрендә улар күпселек урынды биләй. «Киләсәктә мал табибы булырға хыялланам. Бесәйҙәрҙе яратам, ҡайһы кешеләрҙең уларға ҡарата ҡаты бәғерле булыуҙарын аңламайым», – ти Мәүлиҙә. Ниндәй һөнәр һайлар киләсәктә, уныһы билдәһеҙ, әммә ҡулына төҫлө ҡәләмдәр алған ҡыҙ үҙенең яратҡан шөғөлөн ташлай алмаясағы көн кеүек асыҡ.