Һәр кемебеҙҙең дә үҙенең оҡшатҡан фәне, яратҡан уҡытыусыһы булалыр. Ә минеке – илемә, телемә һөйөү уятҡан, күңелемә иман нуры һалған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова. Изгелекле, йор һүҙле остазым шиғриәт донъяһына ишектәр асырға ярҙам итте. Ә әҙәбиәт дәресендә оло бер донъяға аяҡ баҫҡандай булаһың, хыял илендә гиҙәһең.
Тырышлығы һис бушҡа китмәй. Бер нисә йыл элек «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсында еңеүсе булып, грант алыуға өлгәште ул. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2004» төбәк-ара бәйгеһендә «Халыҡ педагогикаһын оҫта ҡулланыусы» номинацияһында билдәләнде. 2009 йылда «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнде. 2014 йылда райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында үткәрелгән рейтингта «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» номинацияһында иң-иңе тип табылды. Бер нәмә лә еңел бирелмәй. Был еңеүҙәргә ирешеү өсөн уҡытыусым көсөн йәлләмәй тырыша.
Уның уҡыусылары ла ижадҡа битараф түгел: әленән-әле республика матбуғатында шиғырҙары, мәҡәләләре баҫылып тора, олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтә күрһәтәләр. Рәсимә Рауил ҡыҙы «Ҡаурый ҡәләм» әҙәби түңәрәген етәкләй.
Уҡытыусы – белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Уларҙы хөрмәт итәйек, ҡәҙерләйек, изгелектәрен онотмайыҡ. Мин дә Рәсимә Рауил ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен. Һәр бер әйткән һүҙе, биргән кәңәше фәһемле.
Уҡытыусым! Байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ап-аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар, аҡыллы уҡыусылар теләйем.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.