+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Октябрь 2018, 15:28

Әҙәбиәт мәктәбе яңы исемдәр аса

«Башҡортостан әҙәбиәт мәктәбе» проекты республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы тарафынан Рәсәй Президенты грантына ғинуар айынан тормошҡа ашырыла башлағайны. Уның барышында күп район, ҡалаларҙа осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, ижади семинарҙар ойошторолдо. Билдәле яҙыусылар, студенттар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында үткән сараларҙа бөгөнгө заман әҙәбиәте, яҙыусылар союзы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләшеүҙәр алып барылды, һәр кем ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.

«Башҡортостан әҙәбиәт мәктәбе» проекты республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы тарафынан Рәсәй Президенты грантына ғинуар айынан тормошҡа ашырыла башлағайны. Уның барышында күп район, ҡалаларҙа осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, ижади семинарҙар ойошторолдо. Билдәле яҙыусылар, студенттар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында үткән сараларҙа бөгөнгө заман әҙәбиәте, яҙыусылар союзы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләшеүҙәр алып барылды, һәр кем ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.
– Әҙәбиәт мәктәбенә 14 йәштән 25 йәшкәсә ижадсылар­ҙың 100-ҙән ашыу ҡулъяҙмаһы ҡабул ителде. Улар араһында шиғыр, проза, әкиәт, хатта публицистик әҫәрҙәр ҙә булыуы ҡыуандыра. Роман тип билдәләнгән яҙмалар ҙа бар ине. Башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә килгән ижади эштәр Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Миләүшә Ҡаһарманова, Сергей Янаки, Илдус Фазлетдинов, Леонид Соколов кеүек танылған әҙип, шағир­ҙар тарафынан тикшерелеп баһаланды, – ти Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин.
Был ғәмәлгә ашырылған проект сиктәрендә шағир, драматург Мөнир Ҡунафин һәм театр режиссёры Зиннур Сөләймәнов етәкселегендә йәш драматургтар секцияһы ла уңышлы эшләгән. Ҡыҙыҡһынып йөрөүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, уны киләсәктә лә дауам итергә ниәтләйҙәр.
Әле октябрь башында «Баш­ҡортостан әҙәбиәт мәктәбе» проектына йомғаҡ яһалып, 30 йәш ижадсы еңеүсе тип билдәләнде. Улар ике көн дауамында күренекле яҙыусы, шағирҙар ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге алды, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә булып, китап нәшер итеү серҙәре менән танышты. Милли, Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музей­ҙарына сәйәхәт тә йәш ижадсыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыр­ғандыр, тип ышанғы килә.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ залында үтте. Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев проект тураһында йомғаҡлау һүҙҙәрен әйткәс, йәш ижадсыларҙың эштәрен баһалаусылар, башҡорт баҫмалары мөхәррирҙәре ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Матур сараны университет студенттарының сағыу сығыштары ла биҙәне.
Тәбрикләнеүселәр араһында элекке йәш хәбәрселәребеҙ, инде хәҙер юғары уҡыу йорттары студенттары Нәркәс Ҡәйепҡолова, Нурзилә Усманова, Лилиә Ҡаһармановаларҙың да булыуы һөйөндөрҙө. БДМУ-ның өсөнсө курсында белем алған Нәркәстең ҡыуанысын уртаҡлашырға әсәһе менән өләсәһе лә килгәйне.
«Йәш ижадсыларыбыҙ булһа, киләсәгебеҙ ҙә булыр, телебеҙ ҙә үҫер. Балаларға шулай ярҙам итәйек», – тип гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов Учалы районының Миндәктәге 7-се мәктәбенән Лидиә Килова, Зарина Яҡупова, Бөрйәндән Әлфинә Әйүпова, БДПУ студенткаһы Алина Әхмәтшиналарҙы ҡотланы, ойоштороусылар әҙерләгән бүләкте тапшырҙы.
– Дәрес ваҡытында иншалар яҙғанда төрлө темалар бирәм. Уның буйынса балалар шиғыр, әкиәт, хикәйәләр яҙып ҡарай. Бына шулай уҡыусыларҙы ижад­ҡа ылыҡтырырға тырышам. Уңышлы килеп сыҡҡан эштәрҙе конкурстарға ебәрәм. «Ҡуңыр буға» ойошмаһы үткәргән «Минең беренсе китабым» төбәк ярышында ла ике йыл рәттән ҡатнашабыҙ, – ти Миндәктән ике уҡыусы алып килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөнир Ихсанов.
«Әҙәбиәт мәктәбе» тамамлан­һа ла, ошо йүнәлештә эштәр алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк әле. Был проект еңеүселәренең ижад емештәре Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенә тәҡдим ителеп, айырым йыйынтыҡ булып донъя күрәсәк.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Яңы Сәскә

Әкиәт
Бер урмандағы кеше аяғы баҫмаған урында бик ҙур һәм матур Ағас үҫкән. Уның яп­раҡтары киң, ҡул усындай булған, ти. Ағас янында бәләкәй генә ете тажлы Гөл сәскә атҡан. Таждары төрлө төҫтә, имеш. Ҡояш балҡыған мәлдә улар йәйғор кеүек ялтырап торған. Шул саҡта Ағас гүзәл сәскәгә һоҡланып ҡыуанған. Ә дауыл ҡуба ҡалһа, Гөлдө япраҡтары менән ышыҡлаған.
Бер көн ҡояш сағыуыраҡ яҡтырғанда, ә ел наҙлыраҡ иҫкәндә, ер ҡуйынын ярып, Яңы Сәскә ҡалҡ­ҡан. Ағас менән ете тажлы Гөл уға бик шатланған һәм ҡорҙаш иткәндәр. Тик Яңы Сәскә улар­ҙың күптәнге дуҫлығына көнләшә башлаған һәм араларын боҙорға булған: Ағасҡа ете тажлы Гөл тураһында яман хәбәрҙәр һөйләгән. Ләкин йөҙйәшәр аҡыллы Ағас быға һис тә ышанмаған, йәш дуҫының һүҙенә лә көймәгән. Ғәрлегенән Яңы Сәскә яңғыҙ көн күрә башлаған, ти.
Бер ваҡыт ҡояш болоттар артына юғалып, көн боҙолоп киткән. Көслө дауыл күтәрелгән, ямғыр ҡоя башлаған. Яңы Сәскә ғәрәсәттән нисек ҡотолорға белмәгән. Бөлдөм генә тигәндә, Ағас уны киң япраҡтары менән ҡаплап, үлемдән һаҡлап ҡалған.
Бер аҙҙан тағы ла афәт сыҡҡан. Көндән-көн эҫеткән, һауала болот әҫәре лә ҡалмаған. Ергә ҡоролоҡ килгән. Яңы Сәскәгә тын етмәй башлаған, ул һулығандан-һулыған. Ағас тағы ла ярҙамға килгән: тамырҙары менән тупраҡтағы дымды то­топ торған. Был юлы ла бөтәһе лә иҫән ҡалған, ти.
Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда урманға әҙәм заты барып ингән. Ул Ағас янына килеп, Яңы Сәскәне күреп ҡалған һәм бик оҡшатҡан. Өҙөп алайым тигәндә генә, ете тажлы Гөл ете баҙыҡ төҫ менән балҡып ебәргән. Әҙәм заты уға ҡарап, Яңы Сәскә тураһында онотҡан һәм күрше Гөлгә ымһын­ған. Уға һуҙылған икән, ҡулын Ағас­тың осло суғына төртөп яралаған һәм ят урындан китергә ашыҡҡан.
Был хәлдән һуң Яңы Сәскә ысын дуҫлыҡтың ни икәнен аңлаған һәм күршеләре менән татыу, бергәләшеп көн күрә башлаған, ти.

Лидиә КИЛОВА, IX синыф уҡыусыһы.

Йондоҙсоҡ

Әкиәт
Бик алыҫта, бейек һауала, кескәй генә Йондоҙсоҡ йәшәгән, ти. Уның бер ҙур хыялы булған – Ерҙе күрергә теләгән. Ләкин әсәһе, Ай, рөхсәт итмәгән.
Шулай ҙа ҡара төндәрҙең береһендә, Ай йондоҙҙары янында булмағанда, Йондоҙсоҡ Ер өҫтөнә атылған. Тик төшөүе бул­ған, яҡты нур йомғағынан ус төбөндәй ҡыҙыл ҡуҙ һынына әүерелгән дә ҡуйған, ти. Уны бер кем дә күрмәгән дә, һиҙмәгән дә. Бары тик шыуышып килгән бәләкәй Терпе генә Йондоҙсоҡҡа иғтибар итеп, дуҫлашырға бул­ған.
– Һаумы! Һин кем? – тип һораған Терпе.
– Мин – Йондоҙсоҡ. Ә һин кем?
– Терпе булам. Үҙең бында ни эшләйһең?
– Ергә ҡунырға теләгәйнем. Тик бында яҡтыра алмайым, тыу­ған өйөмдө һағынам, – тип яуап­лаған.
Терпе уны тыңлаған да:
– Борсолма, хәҙер ярҙам итәм. Ябалаҡ дуҫыма әйтермен, ул һи­не төнөн һауаға илтер, – тигән.
Төн еткәс, Ябалаҡ уны ҡанатына һалған да һауаға осоп менгән. Тиҙҙән Йондоҙсоҡ ҡай­тып та еткән. Ул бер ҡасан да үҙе­нең дуҫтарын – Терпе менән Ябалаҡты онотмаған, һәр төн са­ғыу нурҙарын балҡытып тор­ған, ти.

Зарина ЯҠУПОВА, VIII синыф уҡыусыһы.

Учалы районы, Миндәктәге 7-се мәктәп.

Донъям яҡты

Маңлай күҙҙәре күрерме,
Күңел күҙең булмаһа?
Күҙ нурҙарың ҡайтыр микән,
Яҙмыш уны урлаһа?
Яҙмышыма һис үпкәм юҡ,
Асыуым юҡ тормошҡа.
Хыялдарым менән гелән
Ынтыламын ҡояшҡа.
Күрмәһәм дә яҡтылыҡты,
Йәшәүемдән йәм табам.
Моңло күңел ижад итә,
Ә мин шунан дәрт алам.
Һәр көн һайын уянам да
Сәләмләйем ҡояшты.
Күңелемдә минең – ҡояш,
Шуға донъям яп-яҡты.

Алина ӘХМӘТШИНА, БДПУ студенткаһы.

Өләсәй менән әңгәмә

Йәйге иртә. Тынлыҡ боҙоп,
Самауыр ғына шыжлай.
Алыҫ төбәп ҡараштарын,
Өләсәй ниҙер уйлай.
Самауырҙан сыҡҡан төтөн
Ихатаға тарала.
Уйсан ғына өләсәйҙең
Һүҙе ошо турала:
– Элек тормош матур ине,
Булмаһа ла еңелдән.
Кешеләр ҙә йомарт булды,
Эшләнек саф күңелдән.
Һәр иртәлә һыйыр һауҙыҡ,
Унан ағын айырҙыҡ.
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнек
Алтындай һары майҙы.
Эремсектән өҙөлмәнек,
Ҡайнаттыҡ һәр саҡ ҡорот.
Ойотҡан эстек кистәрен,
Көндәлек торҙо ойоп.
Күпме төр ризыҡ алғанбыҙ
Бер нисә баш һыйырҙан.
Тултырма, ҡаҙылар булды
Һуғымлыҡтан, йылҡынан.
Шифалы шишмә һыуынан
Эстек шифалы сәйҙәр.
Ат йөҙҙөрҙөк йылғаларҙа,
Күлдә йөҙҙө өйрәктәр…
– Ысынлап та, матур булған,
Өләсәй, һеҙҙең осор.
Йәл, тик маҡтанып әйтергә
Минең һүҙҙәрем юҡ шул.
Һин һанаған ризыҡтарҙың
Эсәм бары ҡатығын.
Йылҡы итен ауыҙ итәм
Һеҙҙә генә ҡыштарын.
Шишмә-күлдәр ҙә, өләсәй,
Хәҙер һеҙҙә кипкән бит.
Ат йөҙҙөргән йылғалары
Үҙе бөгөн шиңгән бит.
Иҫләйһеңме һин, өләсәй,
Бала инем мин унда.
Мендергәйнең анау тауға,
Текә ине ул саҡта.
Хәҙер уның бер яртыһы
Ҡалған һерәйеп кенә.
Икенсеһе – юлдар булып
Ятҡан йәйелеп кенә.
– Күрәм, балам, уға ҡарап
Минең дә йөрәк әрней.
Тыуған ерҙең хозурлығы
Күҙгә күренеп кәмей.
– Йыуатырлыҡ һүҙ табалмам,
Өләсәй, кисер инде.
Мин дә йыуаныр күңелгә
Һағыш тейәнем инде.
Тағы күпме рәнйеш түгер
Тәбиғәтебеҙ-әсә?
Күреребеҙ бик икеле,
Етһәк беҙ һинең йәшкә.

Әлфинә ӘЙҮПОВА.

Бөрйән районы.
Читайте нас: