Өфөлә икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале үтте. Был республикабыҙҙа 2020 йылда уҙырға тейешле Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тә булып тора. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залы фойеһында биҙәүестәрҙән күргәҙмә эшләне. Бәйгегә төрлө төбәктәрҙән – Яҡутстан, Марий Эл, Коми республикаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, төрлө район-ҡалаларҙан 60-лап һүҙ оҫтаһы килде. Сәсәндәр, аҡындар, ашуғтар һайлап алыу турында ҡатнашты. Улар араһында балаларҙың да булыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Белеүегеҙсә, Башҡортостанда Сәсәндәр үҙәге эшләй һәм төрлө район, ҡалаларҙа сәсәндәр мәктәптәре бар.
Бөтә Рәсәй бәйгеһенең иң бәләкәй ҡатнашыусыһы – Көйөргәҙе районынан Асман Рахманғоловҡа 5 йәш кенә әле.
– Мәктәптә 40 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, хаҡлы ялға сыҡтым. Уҡыусыларым менән республика бәйгеләрендә гел ҡатнаштыҡ. Хәҙер ейәнем менән шөғөлләнәм. Ул «Урал батыр» эпосының 150 юлын ятланы инде. Әле бөгөн бергә сығыш яһаныҡ, – ти малайҙың өләсәһе, Таймаҫтан Рәйлә Ноғман ҡыҙы Зәйнуллина.
Ә бына Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбенән Азалиә Атанғолова – билдәле мөнәжәтсе Хәнифә Әбүбәкированың ейәнсәре. Сәсәнлек шулай быуындан-быуынға күсә килә икән, тимәк, халыҡ ижадының был төрө йәшәй, киләсәге ышаныслы. Ана бит ошо уҡ райондан мәҙәниәт йорто мөдире Зөлфирә Моратшина ла бәйгелә ҡатнашырға улдары Рамаҙан һәм Буранбай менән килгән.
Фестивалдең Гала-концерты халыҡ ижадын һөйөүселәр өсөн ҙур байрам булды. Гран-при үҙенең «Көлтегин» һәм «Һуңғы һартай» эпостары менән сығыш яһаған Учалы сәсәне Мәүлетбай Ямалетдиновҡа тапшырылды. Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге төп бүләкте лә ул яуланы.
Әйткәндәй, «Башҡортостан» киностудияһы фестиваль барышын видеоға төшөргән. Диск сығарып, үҙенсәлекле фольклор өлгөләрен өйрәнгәндә ҡулланыу өсөн таратыу планлаштырыла.