+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ноябрь 2018, 14:58

Беҙҙең өйҙөң йәме

Мостай Кәрим ижады менән танышыу 5 – 6 йәштәр тирәһендә булды. Мин уның ниндәй ҙур шәхес, бөйөк кеше икәнлеген аңлап та етмәгәнмен инде… Әсәйем беҙгә «Бүләк» тигән китап алып ҡайтып бирҙе. Ләйсән апайым шундағы һүрәттәрҙе күрһәтеп, шиғырҙарын уҡыны. Әлфиә исемле ҡыҙ тураһында хикәйә иҫемдә ныҡ ҡалған. «Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?» – тип атала ине. Һүрәте лә бик матур, ысын кеүек. Артабан беҙ ундағы рәсемдәрҙе күсереп эшләп, стена­ға элеп ҡуйҙыҡ. Һуңынан Мостай Кәримдең баш­ҡорт хал­ҡының бөйөк улы, оло шағир икәнен белдем. Шулай итеп, ул беҙ­ҙең өйөбөҙгә генә түгел, минең аҡылыма, тормошома ошо бәлә­кәй генә хикәйә аша килеп инде.

Мостай Кәрим ижады менән танышыу 5 – 6 йәштәр тирәһендә булды. Мин уның ниндәй ҙур шәхес, бөйөк кеше икәнлеген аңлап та етмәгәнмен инде… Әсәйем беҙгә «Бүләк» тигән китап алып ҡайтып бирҙе. Ләйсән апайым шундағы һүрәттәрҙе күрһәтеп, шиғырҙарын уҡыны. Әлфиә исемле ҡыҙ тураһында хикәйә иҫемдә ныҡ ҡалған. «Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?» – тип атала ине. Һүрәте лә бик матур, ысын кеүек. Артабан беҙ ундағы рәсемдәрҙе күсереп эшләп, стена­ға элеп ҡуйҙыҡ. Һуңынан Мостай Кәримдең баш­ҡорт хал­ҡының бөйөк улы, оло шағир икәнен белдем. Шулай итеп, ул беҙ­ҙең өйөбөҙгә генә түгел, минең аҡылыма, тормошома ошо бәлә­кәй генә хикәйә аша килеп инде.
Мәктәпкә беренсе синыфҡа уҡырға барғанда «Уҡытыусыма» тигән шиғырын ятланым. Китаптар өйөбөҙҙә күп булғанлыҡтан, уның әҫәрҙәрен эҙләп уҡый башланым. «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән повесы минең өсөн иң серле, мауыҡтырғыс донъя ине. Үҙенең туғаны булмаған Йәмилгә ҡыйын. Шуға ла Марат дуҫының һеңле­һенә күҙе ҡыҙа. Әсәһе өйҙәренә Оксананы алып ҡайтҡас, Йәмилдең донъяһы йәмле, тулы булып китә. Уның өсөн генә түгел, ә өлкәндәр өсөн дә был ҡыҙ өйҙәренең йәменә әйләнә. Мостай Кәрим ошо әҫәре менән халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты, туғанлыҡты һүрәтләй. Тормошта ауырлыҡтар, ҡайғы-хәсрәттәр тулы булһа ла, кешеләргә изгелек итеү, ярҙам ҡулы һуҙыу өйҙө генә түгел, тормошто йәмләй, күңелдәрҙе ҡояш нуры кеүек яҡтырта. Мостай Кәрим дә үҙенең ижады, әҫәрҙәре менән халҡыбыҙҙың тормошон, хатта бөтә тарихын данланы, иң ҡиммәтле аҫылташ кеүек нурлап яҡтыртты. Башҡорт­останыбыҙҙың бәрәкәтле туп­рағында үҫкән аҫыл гөл кеүек, ул үҙе лә бөтә тормошо, ғүмере менән башҡорт халҡына өлгө, йәм булды.
Мостай Кәримдең «Беҙҙең өй­ҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Өс таған» әҫәрҙәре геройҙары бөгөн дә беҙҙең менән йәнәш йәшәй кеүек. Уның ижад емештәрен дәреслектәрҙән уҡыйбыҙ, шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы йырлайбыҙ. Театрҙарҙа пьесала­ры спектакль итеп ҡуйылып, тама­шасылар йөрәгендә яҡты образ ҡалдыра. Иҫән сағында уның менән яҡындан аралашҡан кешеләр шағир­ҙың ысын кеше, намыҫлы ир, һөйөклө атай, олатай булыуы тура­һында балаларына, ейәндәренә һөйләр, китаптарын иң ҡә­ҙерле, ҡиммәтле аманат итеп бүләккә бирер, тип уйлайым.
Беҙҙең өй китапханаһында Мос­тай Кәримдең урыҫ һәм баш­ҡорт телдәрендә баҫылған «Беҙ­ҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ ба­ла саҡ» повестары булған китаптары иң ҡәҙерле әйбер итеп һаҡлана. Ә инде ҡустым Илдар яҙыу­сының «Өс таған»ы буйынса Стәр­летамаҡ башҡорт драма театры тарафынан ҡуйылған шул уҡ исем­дәге сәхнә әҫәрендә Бәләкәй Ай­ҙар ролен уйнағас, был иҫтәлек спектакль тураһындағы афиша, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән премьерала бергә төшкән фото­һүрәттәр, спектаклдән фотолар менән тулыланды. Әҫәрҙәре лә, Мостай Кәрим үҙе лә – беҙҙең өйөбөҙ­ҙөң йәме, кәңәш һәм аҡыл биреүселәре.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Константин Станиславский исемендәге РСФСР, СССР-ҙың дәүләт премиялары лауреаты, «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы һәм «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы өсөн Ленин премия­һына лайыҡ булған шәхестең исеме, даны хәҙер илебеҙҙә генә түгел, донъяға ла киң таралды. «Өс таған»ы – инглиз, эстон, тажик, молдаван, ә «Беҙҙең өйҙөң йәме» – украин, үзбәк, латыш, ҡаҙаҡ, ҡытай, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре болгар, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәрендә баҫылған.
Башҡорт халҡының даны, ғорурлығы булып, оло шәхесебеҙҙең исеме республикабыҙ­ҙың, Рәсәйҙең тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Мос­тай Кәрим өйөбөҙҙөң, тормошобоҙҙоң, күңелебеҙҙең йәме булып, йөрәк түребеҙҙә мәңге йәшәйәсәк.

Ләйлә ТИМЕРҒӘЛИЕВА, VII «Б» синыфы уҡыусыһы.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия.
Читайте нас: